«Илде һаҡлау—имандың бер өлөшө. Ҡаһарман булып киткәндәр 70 мосолман туғанына ҡиәмәт көнөндә шәфәғәт бирер. Батырҙарҙы үлгән тимәгеҙ, улар мәңге тере»,—тине Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылынан дин әһеле Хөсәйен Ғәбитов махсус хәрби операцияла һәләк булыусы яугир иҫтәлегенә Герой партаһы асҡан мәлдә.Йәш кенә батыр Марсель Ғәбитов менән беҙ уҙған йыл ғына күрешкәйнек. Ул яраланып, дауаланғандан һуң, ялға ҡайтҡан ине. Илһөйәр, ҡыйыу, үҙе теләп Ватан һағына баҫҡан йәш егеттең ата-әсәһе көнө-төнө уға һаулыҡ, ғүмер теләне, ғаиләһе менән ураҙа тотто, ҡорбан салдырҙы... Тик тормош аяуһыҙ. Бы-йыл май айында Марсель, 24 йәшенә лә етә алмай, батырҙарса һәләк булды. Марсель Ғәбитов Украинаның Авдеевка, Очеретино, Селидово ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. Тәүҙә штурмлаусы, артабан АГС-17 операторы, радилэлектрон көрәш системаһының отделение командиры, махсус тәғәйенләнештәге подразделениела (спецназ) үҙ бурысын үтәй. Ике тапҡыр ҡаты яралана.
«Батырлыҡ өсөн», «Ҡыйыулыҡ өсөн», «Радилэлектрон көрәш систем