14 декабрҙә Башҡортостанда Башҡорт теле көнө билдәләнә. Байрамды 2019 йылда республика Башлығы Радий Хәбиров булдырҙы. Уның маҡсаты – Рәсәй халыҡтарының тел төрлөлөгөн яҡлап, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү. Байрамдың датаһы осраҡлы һайланмаған: ул күренекле төрки шағиры һәм мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арналған. Уның хөрмәтенә Башҡорт дәүләт педагогия университеты аталған. Мифтахетдин Аҡмулла исеме Башҡорт дәүләт педагогия университетына 2006 йылда бирелде. Ә 2008 йылда юғары уҡыу йортоноң төп корпусы алдындағы майҙанда университет символдарының береһе – бөйөк мәғрифәтсегә һәйкәл ҡуйылды. Байрам хөрмәтенә Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәленә сәскәләр һалыу тантанаһы уҙҙы. Унда власть органдары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, Башҡортостан юғары уҡыу йорттары һәм колледждары студенттары һәм уҡытыусылары ҡатнашты. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина йыйылыусыларҙы сәләмләп, байрам менән ҡотланы. «Республикабыҙҙа Башҡорт теле көнөндә Мифтах
Өфөлә Башҡорт теле көнө билдәләнде
14 декабря 202514 дек 2025
3 мин