✳️ ХИДЖӘБ — МАТУРЛЫҠТЫ ЙӘШЕРЕҮ ӨСӨН Мөслимә туғандарым, шуны белһәгеҙ ине: әгәр ҙә һеҙ урамға йә хушбуйланып, йә буянып, йә салбарҙа, йә бейек үксәләрҙә, йә һылашҡан кейемдә сыҡтығыҙ икән — һеҙ Раббыбыҙ ҡушҡан хиджәбтә сыҡманығыҙ, ҡыҙҙар, һеҙ сәсегеҙҙе генә яулыҡ менән йәшереп сыҡтығыҙ! Сөнки Ҡөрьән әмер иткән хиджәбтең мәғәнәһе, уның маҡсаты һәм тәғәйенләнеше — сәстәрҙе генә түгел, ә мөслимәнең бөтә матурлығын сит күҙҙәрҙән йәшереү ул!