Сибай концерт-театр берекмәһе йырсыһы Алина Вәхитова Сибай тамашасыһының хөкөмөнә беренсе соло концертын тәҡдим итте. Йәш йырсы һынатманы - тамамашасыларҙы үҙенең хыял, мөхәббәт иленә илтеп, эстрада, ретро, халыҡ, сит ил йырҙарын башҡарып, сәхнә күрке булып, ижадын үҙ итеүселәргә сағыу, онотолмаҫлыҡ сихри ял бүләк итте. Алина Вәхитованың шәп тамашаһын Сибай филармонияһы артистары - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ғаяз Ғәйетбаев, Йәғәфәр Нәҙершин, Зәриә Рыҫмөхәмәтова, Азамат Әхмәтханов, Сәлимә Ғәйетбаева, берекмәнең оркестр музыканттары, «Сибай» халыҡ бейеүҙәре ансамбле, "Эдельвейс" кордебалеты, тамашаның махсус ҡунағы Ян Лира сағыу сығыштары менән биҙәне. Концертты сәхнәгә – режиссер, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Әлмира Ҡыуатова һәм ижади төркөм Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Нәбиуллин, Динис Ширмаев, Лилиә Солтанова, Альберт Дәүләтшин сығарҙы. Алинаға артабан да эшендә уңыштар, мөхәббәт, ижади үрҙәр, яңы асыштар теләйбеҙ!
Сибай концерт-театр берекмәһе йырсыһы Алина Вәхитова Сибай тамашасыһының хөкөмөнә беренсе соло концертын тәҡдим итте
29 ноября29 ноя
1
~1 мин