Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Баймаҡ районының Иҫке Сибай урта мәктәбендә Урал аръяғы Атайҙар ҡороноң l муниципаль-ара форумы үтте

Баймаҡ районының Иҫке Сибай урта мәктәбендә Урал аръяғы Атайҙар ҡороноң l муниципаль-ара форумы үтте. Сараға Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Хәйбулла, Әбйәлил, Ейәнсура, Йылайыр райондарынан һәм Сибай ҡалаһынан вәкилдәр килде. Уның эшендә ун ике 12 йүнәлештә, шул иҫәптән Шәфәҡ" ағинәйҙәр ойошмаһынан оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде. Форумға килгән ҡунаҡтарҙы иң кескәй уҡыусылар йыр, шиғырҙар менән ҡаршы алдылар. Сара уҡыусылар тарафынан әҙерләнгән концерт менән тамамланды. Йыйындың пленар өлөшөндә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Ф.Р.Нәҙерғолов , Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостандың "Ирҙәр ҡоро" төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе З.З.Байғусҡаров , Баймаҡ районы башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе А.С.Мөхәмәтшин, шулай уҡ район Советы депутаты А.А.Ғүмәров һәм Иҫке Сибай ауылы Атайҙар ҡоро рәйесе С.С.Утарбаевтар сығыш яһаны.

Баймаҡ районының Иҫке Сибай урта мәктәбендә Урал аръяғы Атайҙар ҡороноң l муниципаль-ара форумы үтте. Сараға Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Хәйбулла, Әбйәлил, Ейәнсура, Йылайыр райондарынан һәм Сибай ҡалаһынан вәкилдәр килде. Уның эшендә ун ике 12 йүнәлештә, шул иҫәптән Шәфәҡ" ағинәйҙәр ойошмаһынан оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде.

Форумға килгән ҡунаҡтарҙы иң кескәй уҡыусылар йыр, шиғырҙар менән ҡаршы алдылар. Сара уҡыусылар тарафынан әҙерләнгән концерт менән тамамланды.

Йыйындың пленар өлөшөндә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Ф.Р.Нәҙерғолов , Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостандың "Ирҙәр ҡоро" төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе З.З.Байғусҡаров , Баймаҡ районы башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе А.С.Мөхәмәтшин, шулай уҡ район Советы депутаты А.А.Ғүмәров һәм Иҫке Сибай ауылы Атайҙар ҡоро рәйесе С.С.Утарбаевтар сығыш яһаны.

-2