Өфөлә күренекле башҡорт композиторы Роза Сәхәүетдинова арабыҙҙан китте. Уға 88 йәш ине. Фото:БР мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте Роза Сәхәүетдинова — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Мифтахетдин Аҡмулла һәм Рәми Ғарипов исемендәге премиялар лауреаты. Уның бай ижади эшмәкәрлегенә яҡынса 700 музыкаль әҫәр һыйған. Сағыу, бер тыңлауҙа иҫтә ҡалырлыҡ йырҙары күп кенә популяр йырсыларҙың репертуарына инә, ысын халыҡ йырҙарына әүерелә. Республика мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, күренекле шәхесте иртәгә, 28 ноябрҙә, һуңғы юлға оҙатасаҡтар. Матәм сараһы иртәнге сәғәт 11-ҙә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында башлана. Роза Сәхәүетдинова 1937 йылдың 25 июнендә Тажикстандың Дүшәнбе ҡалаһында донъяға килә. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ата-әсәһе Башҡортостанға Шишмә ауылына күсеп ҡайта. Ул мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының физика-математика факультетына уҡ
Өфөлә күренекле башҡорт композиторы Роза Сәхәүетдинова мәрхүм булды
27 ноября 202527 ноя 2025
2 мин