Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Атайсал гәзите

☀️КӘРӘКЛЕ ДОҒАЛАР

☀️КӘРӘКЛЕ ДОҒАЛАР 🤲Үҙеңә именлек теләгәндә уҡыла торған доға: Аллаһүммә инни әғүҙү бикә мин зәүәли ниғмәтикә үә тәхәуүли ғәфиәтикә үә фужәти ниҡмәтикә үә жәмиғи сухтиҡ. Мәғәнәһе: Әй, Раббым! Ниғмәтеңдең кинәт бөтөүенән, һин биргән сәләмәтлектең китеүенән, көтмәгәндә ҡайғы килеүҙән һәм башҡа бөтә ғазаптарыңдан тик Үҙеңә генә һыйынам. 🤲Асыу килгәндә уҡый торған доға Алләһүммә-ғфирли ҙәнби үәҙһәб ғайза ҡабли үә әжирни минәш-шайтанир-ражим. Мәғәнәһе: Әй, Раббым! Гонаһтарымды ярлыҡа, йөрәгемдәге асыуҙы бөтөр, шайтан яуызлыҡтарынан һаҡла. 🤲Гонаһтарҙы ғәфү итеүҙе һорау Аллаһүммә әнтә рабби лә иләһә иллә әнтә халәҡтәни үә әнә ғәбдүкә үә әнә ғәлә ғәһдикә үә үәғдикә мәс-тәтағтү әғүҙү бикә мин шәрри мә санағтү, әбү’ү ләкә биниғмәтикә ғәләййә үә әбү’ү ләкә биҙәнби фәғ-фир-ли, фә иннәһү лә йәғфирүҙ-ҙүнүбә иллә әнтә. Мәғәнәһе: Әй, Аллаһ! Һин – минең Раббым, һинән башҡа Илаһ юҡ; һин мине яралтып бар иттең, ә мин – һинең ҡолоң. Көсөм етер тиклем мин һиңә тоғролоҡ һаҡлаясаҡмын. Үҙем эшләгә

☀️КӘРӘКЛЕ ДОҒАЛАР

🤲Үҙеңә именлек теләгәндә уҡыла торған доға:

Аллаһүммә инни әғүҙү бикә мин зәүәли ниғмәтикә үә тәхәуүли ғәфиәтикә үә фужәти ниҡмәтикә үә жәмиғи сухтиҡ.

Мәғәнәһе: Әй, Раббым! Ниғмәтеңдең кинәт бөтөүенән, һин биргән сәләмәтлектең китеүенән, көтмәгәндә ҡайғы килеүҙән һәм башҡа бөтә ғазаптарыңдан тик Үҙеңә генә һыйынам.

🤲Асыу килгәндә уҡый торған доға

Алләһүммә-ғфирли ҙәнби үәҙһәб ғайза ҡабли үә әжирни минәш-шайтанир-ражим.

Мәғәнәһе: Әй, Раббым! Гонаһтарымды ярлыҡа, йөрәгемдәге асыуҙы бөтөр, шайтан яуызлыҡтарынан һаҡла.

🤲Гонаһтарҙы ғәфү итеүҙе һорау

Аллаһүммә әнтә рабби лә иләһә иллә әнтә халәҡтәни үә әнә ғәбдүкә үә әнә ғәлә ғәһдикә үә үәғдикә мәс-тәтағтү әғүҙү бикә мин шәрри мә санағтү, әбү’ү ләкә биниғмәтикә ғәләййә үә әбү’ү ләкә биҙәнби фәғ-фир-ли, фә иннәһү лә йәғфирүҙ-ҙүнүбә иллә әнтә.

Мәғәнәһе: Әй, Аллаһ! Һин – минең Раббым, һинән башҡа Илаһ юҡ; һин мине яралтып бар иттең, ә мин – һинең ҡолоң. Көсөм етер тиклем мин һиңә тоғролоҡ һаҡлаясаҡмын. Үҙем эшләгән яуызлыҡтарҙан тик һиңә генә һыйынам. Һинең миңә ҡарата булған мәрхәмәт-шәфҡәтеңде таныйым, үҙ гонаһтарымды ла таныйым. Гонаһтарымды ярлыҡа. Ул гонаһтарҙы һинән башҡа бер кем дә ярлыҡамаҫ.

🤲Ашап бөткәс уҡыла торған доға:

Әл-хәмдү лил-ләһил-ләҙи әтғәмәнә үәсәҡанә үә жәғәлнә минәл-муслимин.

Мәғәнәһе: Беҙҙе ризыҡ биреп ризыҡландырған, һыу биреп һуғарған һәм мосолмандарҙан иткән Аллаһы Тәғәләгә маҡтау-ололауҙан булһын.

🤲Һый хөрмәт күрһәткән кешеләр өсөн уҡыла торған доға:

Аллаһүммә бәрик ләһүм фимә разәҡтәһүм үәғ-фир ләһүм үәрхәмһүм. Аллаһүммә әтғим мән әтғамәни үәс-ҡи мән сәҡани.

Мәғәнәһе: Әй, Раббым! Үҙең биргән ризыҡтар менән мине ризыҡландырған бәндәләреңдән риза бул, гонаһтарын ярлыҡа. Үҙеңдең рәхмәтеңдән ташлама.

Әй, Раббым! Мине ризыҡландырғандарҙың үҙҙәренә лә ашарына һәм эсеренә биреп тор.