Яңыраҡ ҡан тапшырырға тура килде. Процедурныйҙа эшләгән апай йылмайып ҡаршы алды. Мин уға ҡағыҙҙарҙы биреп ултырҙым да уның менән һөйләшә башланыҡ. - Һеҙ венанан да ҡан алағыҙмы? - Әй йөрәккәй, венанан алам шул... - Һуңынан бармаҡтан да алағыҙмы? - Ий балаҡай, бармаҡтан да алам шул... Таныш булмаған апай миңә, күптән үҫеп еткән ир кешегә, шулай матур итеп "әй йөрәккәй, ий балаҡай" тип өндәшеүе бик ҡызыҡ булды, ләкин шул уҡ ваҡытта ул һүҙҙәр шундай йылы итеп йөрәккә үтте, күңелдә рәхәт булып ҡалды. Хатта бармаҡты тишкәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Мин йылмайып сығып та киттем, ә һүҙҙәре иҫтә ҡалды. Бар икән беҙҙең телдә шундай тылсымлы йылы һүҙҙәр. Нисә йәштә булһаң да, улар һине йыуатып күңелеңде иретә ала, кире бала саҡҡа, әсә ҡосағына алып ҡайта ... Шунан бирле мин үҙем дә яҡындарыма шулай итеп, шаярып булһа ла, яратып булһа ла, өндәшәм: "Әй, балаҡай, ий йөрәккәй..."