5️⃣ ҠАТЫ ҠАҒИҘӘ: 🟡️ 1-се ҡағиҙә. Аҡса балаларға ҡарағанда ышаныслыраҡ Асыуланмағыҙ, әммә дөрөҫө шул: балалар ул — мөхәббәт, шатлыҡ-ҡыуаныс, әммә... пенсия фонды түгел... Һығымта: аҡса тупла. Эшлә, йый, үҙең тураһында уйла. Һинең үҙ запасың булырға тейеш. Был — азатлыҡ 🟡 ️2-се ҡағиҙә. Һаулығыңды ҡайғыртыу — һинең төп эшең Карауатыңдан торорға хәлең булмаһа, ҡалған бөтә нәмә — сүп. Күнекмәләр эшләй башла, бассейнға йөрө, атла, хәрәкәтлән. Тоҙҙо, шәкәрҙе сиклә. Сир кешеләрҙе байға, ярлыға айырып тормай. Ул, үҙенең сәләмәтлеген хәстәрләгән әҙәмде, урап уҙа 🟡 3-сө ҡағиҙә. Үҙең ҡыуанырға өйрән Башҡаларҙан көтөү — иң насары. Шылтыратыу көтөп, бүләк, иғтибар көтөп, күңелеңде төшөрмә. Бәхетте үҙеңә тыуҙырырға кәрәк. Тәмле итеп табын әҙерлә, китап уҡы, матур йырҙар тыңла. Үҙеңде ҡыуандыра белеү — күңел төшөнкөлөгөнән дарыу 🟠️ 4-се ҡағиҙә. Олоғайыу — хәлһеҙ кешегә әйләнеү өсөн сәбәп түгел Минең йәштәштәремдең ҡайһы берҙәре гел зарланып йәшәй. «Ауырыйым, ярҙам итегеҙ, теге ғәйепле, б