Найти в Дзене

Йөрәгемә сикһеҙ йыһан һыя

Ойоштороу һәләтенә эйә ҡыҙ мәктәпте яҡшы билдәләренә та­мамлаһа ла, уҡытыусы булыу хы­ялы бойомға ашмай. Тормошта осраған беренсе ҡаршылыҡҡа баш эймәй, төрлө урындарҙа эшләй һәм хеҙмәттәштәре араһында үҙенең тырышлығы менән айы­рыла. Мәжит Ғафури исемендәге колхоздың көслө йылдары була был осор. Ауылда ла йәштәр күп, улар менән төрлө саралар уҙға­рырға, агитбригада ойошторорға ла кәрәк. Йыр-моңға маһир йәш ҡыҙҙы колхоз етәкселеге клубҡа художество етәксеһе итеп тәғәй­енләй. Ғүмеренең был осоро сағыу хәтирәләр менән бәйле Мөкәрәмә апайҙың. Ауылдашы Таһир Ғәй­фулла улы менән ҡауышып, ғаилә ҡоралар. Таһир ағай мал һимертеү комплексында эшләй, Мөкәрәмә апай хеҙмәт йылдарын почта хеҙмәтенә арнай. Ожмахҡа ла, тамуҡҡа ла на­мыҫ күперенән башҡа күсеп булмай Мәҡәләбеҙ геройы 27 йыл Ҡо­тош ауылы почта бүлексәһе на­чальнигы вазифаһын башҡара. Халыҡ күп, гәзит- журналдарҙы күпләп яҙҙыра, магазин кәштәһен­дә булмаған тауарҙы яҙҙырып ала, почтальон сумкаһына ваҡытлы матбуғат продукцияһы һыймаған йы
Мөкәрәмә Ғәләмова Бәләкәй Моҡас ауылында тыуып-үҫкән. Ул махсус хәрби операция биләмәһендә батырҙарса һәләк булған яҡташыбыҙ Илнур Ғәләмовтың әсәһе.
Мөкәрәмә Ғәләмова Бәләкәй Моҡас ауылында тыуып-үҫкән. Ул махсус хәрби операция биләмәһендә батырҙарса һәләк булған яҡташыбыҙ Илнур Ғәләмовтың әсәһе.

Ойоштороу һәләтенә эйә ҡыҙ мәктәпте яҡшы билдәләренә та­мамлаһа ла, уҡытыусы булыу хы­ялы бойомға ашмай. Тормошта осраған беренсе ҡаршылыҡҡа баш эймәй, төрлө урындарҙа эшләй һәм хеҙмәттәштәре араһында үҙенең тырышлығы менән айы­рыла. Мәжит Ғафури исемендәге колхоздың көслө йылдары була был осор. Ауылда ла йәштәр күп, улар менән төрлө саралар уҙға­рырға, агитбригада ойошторорға ла кәрәк. Йыр-моңға маһир йәш ҡыҙҙы колхоз етәкселеге клубҡа художество етәксеһе итеп тәғәй­енләй. Ғүмеренең был осоро сағыу хәтирәләр менән бәйле Мөкәрәмә апайҙың. Ауылдашы Таһир Ғәй­фулла улы менән ҡауышып, ғаилә ҡоралар. Таһир ағай мал һимертеү комплексында эшләй, Мөкәрәмә апай хеҙмәт йылдарын почта хеҙмәтенә арнай.

Ожмахҡа ла, тамуҡҡа ла на­мыҫ күперенән башҡа күсеп булмай

Мәҡәләбеҙ геройы 27 йыл Ҡо­тош ауылы почта бүлексәһе на­чальнигы вазифаһын башҡара. Халыҡ күп, гәзит- журналдарҙы күпләп яҙҙыра, магазин кәштәһен­дә булмаған тауарҙы яҙҙырып ала, почтальон сумкаһына ваҡытлы матбуғат продукцияһы һыймаған йылдарҙа етәкләй ул бүлексә­не. Намыҫлы хеҙмәте күп төрлө Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хат­тары менән билдәләнә.

- 16 йыл ҡәйнә менән татыу йәшәнем. Мин хөкүмәт эшенән бушай алмағанда әсәйем менән ҡәйнәм төп ярҙамсыларым булды, - тип хәтерләй ул.

Хәтер һандығына һаҡһыҙ ҡағылыу ғына кәрәк, хәтирәләр ебе үҙенән үҙе тағатыла.

- Был йорттоң кирбесен берәм­ләп эштән һуң үҙебеҙ һалдыҡ, ки­лен булып төшкән йорт бәләкәй, һалҡын, тығын ине. Илнур улым шунда донъяға килде, атаһы бала иркен йортта үҫһен тип төндәрен йоҡламай тырышты, Илнурыбыҙға 2 ай тигәндә үҙ йортобоҙға күстек. Бәләкәйҙән бигерәк тыныс бул­ды, бер иламаны балам. Ильвира ҡыҙыбыҙ, Илдар улыбыҙ ҙа ошо нигеҙҙә үҫте. Ҡустыһын, һеңлеһен гел ҡурсылап йөрөтөр ине.

Ил алдындағы бурыс ата- әсә алдындағы бурыс һымаҡ

Балалар атаһының вафатын ауыр кисерҙе. “Хәҙер ни эшләрбеҙ инде, тип Илнур бигерәк бөтөрөн­дө. –Ярай әсәй көймә, бирешмә­беҙ”, - тип тынысландырыр ине беҙҙе.

Мәктәпте тамамлағас Мәләүездә уҡыны. Иңендә беҙҙең өсөн ҙур яуаплылыҡ тойғандыр инде - Мәскәүҙә лә, Себерҙә лә эшләне. Махсус операция башланғас “Ты­уған илде һаҡларға кәрәк, мине ебәр әсәй, ризалығыңды бир”- тип теленән төшөрмәне. Әсәй була­раҡ гел туҡтатып килдем. Яҙғыһын ныҡлап хәл итте. 14 март контракт хеҙмәткә документтар йыйып, 19 мартта оҙаттыҡ. Шылтыратҡан һайын: “Барыбер ҡайтам, көтө­гөҙ!,-тип тынысландырҙы. Август аҙағында ҡустыһына шылтыратып һуғышҡа инәбеҙ, әсәйгә әйтмәгеҙ, сыҡҡас үҙем бәйләнешкә сығам, тигән.

Шылтыратыу булмағас, йөрә­гемде усыма тотоп, бер нисә тапҡыр комиссариатҡа барҙым. Унда ла, тынысландыра ла ҡайтаралар. Тыуған көнөмә мотлаҡ ҡайтам ти ине, шул көнгә миңә сюрприз эшләргә теләйҙер, бәлки, тип, өмөтләнеп көттөм. 9 ноябрҙә уның һәләк булыуы тураһында әйттеләр. Бала ҡайғыһынан да ауыры юҡ.

Был ҡайғыны юйыу, онотоу мөм­кин дә түгел, ни эшләйһең инде, - тип үҙен дә, башҡаларҙы ла ты­нысландырырға теләгән яугир әсәһенә ҡушылып беҙ ҙә донъ­ябыҙға тыныслыҡ урынлашып, тик изге хәбәр ишетеп йәшәргә яҙһын, тип теләйбеҙ.

Автор:Рафиля Сибагатуллина