ТӘМЛЕ ҠАТЛЫ БӘЛЕШ менән һыйланайыҡ ялдарҙа🥮 Ҡамыр өсөн: 🔸Бер стакан йылымыс һөт 🔸бер аш ҡалағы сүпрә 🔸100 гр. аҡ май 🔸бер аш ҡалағы шәкәр ҡомо сәй ҡалағы осонда тоҙ бер йомортҡа он Эслеккә Күрәгә Ҡара емеш Шәкәр ҡомо Йылымыс һөткә әҙ генә шәкәр ҡомо, сүпрәне һалып күпертергә ҡуябыҙ. Аҡ майҙы иретәбеҙ, шәкәр ҡомон, тоҙҙо һалып болғатабыҙ, һыуынғас йомортҡа һалып туғыйбыҙ. Майға сүпрәле һөттө һалып болғатабыҙ, он һалып ҡамыр баҫабыҙ.Ҡамыр йомшағырак була. Йылы урынға ҡабартырға ҡуябыҙ. Эслек күрәгә менән ҡара емеште айырым-айырым ит үткәргес аша үткәрәбеҙ, йә блендер менән ваҡлайбыҙ, тәменсә шәкәр ҡомо, әҙерәк шыйыҡлар өсөн һыу өҫтәп болғатабыҙ. Ҡамыр ҡабарғас, өс өлөшкә бүләбеҙ, береһе ҙурыраҡ булырға тейеш, һәр береһен йәйәбеҙ. Оло өлөшөн аҫҡа йәйеп, ҡара емеште һылайбыҙ, тағы бер йәйем ҡамырҙы ҡара емеш өҫтөнә һалып, күрәгәне һылайбыҙ, һуңғы йәйемде ҡаплап бөрөп ҡуябыҙ. Өҫтөнә аҡ май, он, шәкәр ҡомонан яһалған ыумас һибәбеҙ. 200 градусҡа йылытылған духовкаға