❤Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә йылдың 500-сө сабыйы тыуыуы тураһында акт теркәлде. Гөлназ һәм Артур Бурлачковтарҙың ғаиләһендә 14 ноябрҙә күптән көткән ҡыҙҙары тыуған. Ата-әсә уға Арина тигән исем һайлаған. Аринаның 12 йәшлек Роман, 11 йәшлек Дмитрий ағайҙары бар.ЗАГС бүлеге етәкселеге күп балалы ғаилә әүерелгән Бурлачковтарға Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Денис Назаровтан иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
❤Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә йылдың 500-сө сабыйы тыуыуы тураһында акт теркәлде
22 ноября 202522 ноя 2025
~1 мин