Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Атайсал гәзите

10 көн эсендә 80дана дронға ҡаршы юрған

10 көн эсендә 80дана дронға ҡаршы юрған! «Хәйбулла районының Йәнтеш мәҙәниәт йортонда ун көн эсендә һикһән дана дронға ҡаршы юрғандар тегеп ҡуйҙылар. -Был юрғандар беҙҙең яугирҙәр өсөн ышаныслы һаҡланыу сараһы булып тора. Уларҙы эшләгәндә күп нюанстарҙы иҫәпкә алырға кәрәк. Материал ҡатламдарын дөрөҫ урынлаштырыу мөһим. Юрғандарҙың өҫтөндә артыҡ тишектәр булырға тейеш түгел, сөнки был герметиклыҡты боҙа ала. Һәр тегеү максималь теүәллек һәм иғтибар талап итә. Был проект тегеү оҫталығын үҫтерергә ярҙам итеүҙән тыш, еңеүгә лә өлөш индерә. Ауылыбыҙҙың иң актив ҡатын-ҡыҙҙары һәм ир -егеттәре ҡатнашып, күмәкләшеп эштең аҙағына ла еткереп ҡуйҙылар. Барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ. Йәнтеш ауылының ирекмәндәренә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ!» - тип яҙа социаль селтәрҙә йәнтештәр. 🖊️мәғлүмәт һәм фото Йәнтеш мәҙәниәт йорто сәхифәһенән

10 көн эсендә 80дана дронға ҡаршы юрған!

«Хәйбулла районының Йәнтеш мәҙәниәт йортонда ун көн эсендә һикһән дана дронға ҡаршы юрғандар тегеп ҡуйҙылар.

-Был юрғандар беҙҙең яугирҙәр өсөн ышаныслы һаҡланыу сараһы булып тора. Уларҙы эшләгәндә күп нюанстарҙы иҫәпкә алырға кәрәк. Материал ҡатламдарын дөрөҫ урынлаштырыу мөһим. Юрғандарҙың өҫтөндә артыҡ тишектәр булырға тейеш түгел, сөнки был герметиклыҡты боҙа ала. Һәр тегеү максималь теүәллек һәм иғтибар талап итә. Был проект тегеү оҫталығын үҫтерергә ярҙам итеүҙән тыш, еңеүгә лә өлөш индерә.

Ауылыбыҙҙың иң актив ҡатын-ҡыҙҙары һәм ир -егеттәре ҡатнашып, күмәкләшеп эштең аҙағына ла еткереп ҡуйҙылар.

Барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.

Йәнтеш ауылының ирекмәндәренә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ!» - тип яҙа социаль селтәрҙә йәнтештәр.

🖊️мәғлүмәт һәм фото Йәнтеш мәҙәниәт йорто сәхифәһенән