Сәғәҙәт Бараков исемендәге район ҡурайсылар бәйгеһе 15 ноябрҙә Хәйбулла районының 1-се Мырҙа ауылында тәүге тапҡыр билдәле ҡурайсы Сәғәҙәт Бараков исемендәге район ҡурайсылар бәйгеһе уҙҙы. 18 ҡатнашыусы араһынан Йәнтеш ауылынан Айрат Иштанов ҡатнашып «Өмөт» номинацияһына лайыҡ булды. Шулай уҡ Сәғәҙәт Бараковтың ейәне Ғәбитов Юлдаш Ким улының махсус призы менән бүләкләнде. Ҡатнашыусыбыҙ Айрат Марат улына ҙур рәхмәт. Эшегеҙҙә уңыштар, ижади үрҙәр, бәхет, ғаилә именлеге теләйбеҙ! Күркәм сараны ойошторған, ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы алған 1-се Мырҙа ауыл клубы хеҙмәткәрҙәренә, жюри ағзаларына рәхмәт белдерәбеҙ. 🖊️Йәнтеш мәҙәниәт йорто төркөмөнән