💥Туғаныңдың белсе ҡәҙерен… 🤲 🌺… Бер кемдән дә бер ни өмөт итмә, Бел, өмөттәр ҡай саҡ аҡланмай... Үҙ тормошоң үҙең көйләп өйрән, Яҡындарға асыу һаҡламай... 🌻...Кемдәргәлер ҡылған изгелекте, Бизмәндәргә һалып үлсәмә. Шатлыҡтарын күреп шатлана бел, Ҡайғыларҙа бер үк – үсәмә! 🤝Һаҡһыҙлыҡтан, ауыр һүҙҙәр әйтеп, Ситкә типмә ғәзиз туғаның! ...Беләбеҙме ауыр саҡта килеп, Кемдең кемгә ҡулын һуҙғанын?! 💥Һәр кешелә хоҙай яҙған яҙмыш, Тормош һуҡмағы ла бер түгел... Ҡояш көлгән саҡта һинең күктә, Берәүҙәрҙә болот йәш түгер... 🌸Бер кемдән дә бер ни өмөт итмә, Бәхеттең дә көтмә әҙерен... ...Туғандарҙы булмай һайлап алып, Булғанының белсе ҡәҙерен!🤲 Гөлфиә Киленбаева