Яугир яҡташыбыҙҙан саҙаҡа Хәйбулла районының Маҡан ауылынан «Уралыч» ҡушаматлы яугир Аҡъяр ауылының «Тәслим» мәсетен төҙөкләндереү өсөн 300 мең күсергән. Уның был бүләген әсәһе Гөлбикә Хәмзина мәсеттең имам-хатибы Айнур Рәхмәтуллинға тапшырҙы. Гөлбикә Марат ҡыҙының ике улы ла тыуған ил хәүефһеҙлеген һаҡлап, алғы һыҙыҡта йөрөйҙәр. Йомартлығы һәм илһөйәрлеге өсөн «Уралыч»ҡа сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Махсус хәрби операцияла тыуған ерен онотмай, уның үҫешенә өлөш индерәгән йомарт яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Уның был өлгөһө барыбыҙҙы ла изге ғәмәлдәргә әйҙәһен һәм берҙәмлегебеҙҙе нығытһын. Ҡыйыу яҡташыбыҙҙың Аллаһы Тәғәлә саҙаҡаларын ҡабул итеп, мең сауабын бирһен. Егеттәребеҙгә Раббыбыҙҙың яҡлауында, һаҡлауында булып, имен-һау йөрөп ҡайтыуын теләйбеҙ.