БӘХЕТ СЕРЕ Сабыр итеүселәр һәм Аллаһ Тәғәлә тарафынан килгән ҡазаларға риза булып тороусылар хаҡында Ҡөрьән Кәримдә ҙур вәғәҙәләр бар. Шул вәғәҙәләргә осраусыларҙың бәхетле булыуҙарында шөбһә юҡ. Бәләләргә сабыр итеү һәм ҡазаларға буйһоноу ‒ бәлә булмай һәм ҡазалар күрелмәй торған Йәннәткә алып бара торған берҙән-бер юл. Әҙәм балаһының донъяла ҡайғы-хәсрәттәр күрмәйсә ғүмер һөрөүе мөмкин түгел. Мәғишәт һәм хаят дегәнәк һәм сәнскеле ағастар өҫтөндә йөрөүҙән, мәшәҡәт тулҡындары менән һуғышып йөрөүҙән ғибәрәт. Аҡыллы кеше шул мәшәҡәттәрҙән ауырһынмаҫҡа һәм, киләсәктәге рәхәттәрҙе өмөт итеп, уларҙан еңелмәҫкә, күңелен төшөрмәҫкә тейеш. Сөнки Ҡөрьән Кәрим һәр ауырлыҡ һуңында еңеллек булыуын вәғәҙә ҡыла. Мосолман кеше, әлбиттә, шул вәғәҙәне хәтерләп, күңелен йыуатыр һәм үҙенә нәсихәт дәрестәре бирер. “Башҡа кешеләр рәхәт йәшәйҙәр, бер ҡайғылары ла юҡ, ҡайғы гел миңә генә килә” тип уйлау ‒ хата һәм тейешһеҙ эш. Әгәр шул “рәхәт, бер ниндәй ҡайғыһыҙ йәшәйҙәр” тип уйлаған кешеләрҙең хәлдәре ти