Сираттағы видеоһорау Хәйбулла районының Аҡъяр ауылынан килде. Урындағы халыҡ үҙҙәренең Мәҙәниәт йортон яңыртыу кәрәклеген белдерҙе. Халыҡ яңы клуб һорай. Төбәк етәксеһе мәсьәләнең күптән көн тәртибендә булыуын билдәләне. Урал тау-металлургия комбинаты менән һөйләшеүҙәр бара, компания яңы Мәҙәниәт йорто төҙөргә әҙер. Әле проект эшләнә, эш киләһе йылда уҡ башланырға мөмкин.
Сираттағы видеоһорау Хәйбулла районының Аҡъяр ауылынан килде
11 ноября 202511 ноя 2025
~1 мин