Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол ауылы халҡы махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән алып яугирҙәргә әүҙем ярҙам итеүсе ауылдаштарҙың береһе. Ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары Мусина Минһылыу, Мусина Зәкиә, Ҡырғыҙбаева Зөлхизә, Усманова Гүзәлиә, Ямалетдинова Фирҙәүес, Сурина Әнүзә, Сурина Әлфиә, Теләүғолова Флорида, Күскилдина Тәнзилә район үҙәге волонтерҙарынан хәстәрләп алып ҡайтҡан материалдарҙан йәнә 5 маскировкалау селтәрҙәрен үреп тамамлағандар. Уларға ьәләкәстәр ҙә ихлас ярҙамлашҡан. Тырыш апайҙар егеттәрҙең иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләп ихласлыҡ менән эшләйҙәр. - Теләктәр ҡабул булһын, донъялар тынысланып китһен! Беҙ бергә!, -ти улар.
Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол ауылы халҡы махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән алып яугирҙәргә әүҙем ярҙам итеүсе ауылдаштарҙың
11 ноября 202511 ноя 2025
~1 мин