Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Журналист һәм блогер Тимур Вәлитов Радий Хәбировтан ул етәкселек иткән осорҙа “Әр-Рәхим” мәсете төҙөлөп бөтәсәкме, тип ҡыҙыҡһынды

Журналист һәм блогер Тимур Вәлитов Радий Хәбировтан ул етәкселек иткән осорҙа “Әр-Рәхим” мәсете төҙөлөп бөтәсәкме, тип ҡыҙыҡһынды. Башҡортостан Башлығы киләһе йылда фасад эштәре тамамланасағы, йылытыу системаһы ҡуйылыуы, эске биҙәү эштәре башланасағы хаҡында белдерҙе. "Әлбиттә, мин төҙөлөштө тамамларға теләйем. Ҡарарбыҙ. Эштәр ҡатмарлы. Әммә дөрөҫөн әйтәйек: әгәр ҙә минән 48 миллион һумды  егеттәребеҙ өсөн FPV дрондарына бүлергәме, әллә мәсеткәме, тип һораһалар, әлбиттә, тәүгеһен һайлар инем, Хоҙай мине ҡеүәтләр, тип уйлайым, сөнки мин кеше ғүмерен һайлайым", - тине ул.

Журналист һәм блогер Тимур Вәлитов Радий Хәбировтан ул етәкселек иткән осорҙа “Әр-Рәхим” мәсете төҙөлөп бөтәсәкме, тип ҡыҙыҡһынды.

Башҡортостан Башлығы киләһе йылда фасад эштәре тамамланасағы, йылытыу системаһы ҡуйылыуы, эске биҙәү эштәре башланасағы хаҡында белдерҙе.

"Әлбиттә, мин төҙөлөштө тамамларға теләйем. Ҡарарбыҙ. Эштәр ҡатмарлы. Әммә дөрөҫөн әйтәйек: әгәр ҙә минән 48 миллион һумды  егеттәребеҙ өсөн FPV дрондарына бүлергәме, әллә мәсеткәме, тип һораһалар, әлбиттә, тәүгеһен һайлар инем, Хоҙай мине ҡеүәтләр, тип уйлайым, сөнки мин кеше ғүмерен һайлайым", - тине ул.