Хәйбулла уҡсыһы Ғирфан Мәмбәтов "Юрмаш мәргәне" традицион уҡтан атыу буйынса төбәк-ара турнирҙың беренсе этабында уңышлы сығыш яһаны. Ярыштарға Башҡортостандан, Татарстандан һәм Силәбе өлкәһенән 40-ҡа яҡын спортсы йыйылды. Ғирфан Ғилман улы 18 метрлыҡ дистанцияла бик яҡшы теүәллек күрһәтте һәм профессионалдар категорияһында икенсе урын алды. Яҡшы һөҙөмтә менән ҡотлайбыҙ һәм икенсе этапта артабан да уңыштар теләйбеҙ! 🖊️Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы төркөмөнән
Хәйбулла уҡсыһы Ғирфан Мәмбәтов "Юрмаш мәргәне" традицион уҡтан атыу буйынса төбәк-ара турнирҙың беренсе этабында уңышлы сығыш яһаны
10 ноября 202510 ноя 2025
~1 мин