Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Атайсал гәзите

60 йыл бергә йәшәү – үҙе ҙур бәхет бит ул

60 йыл бергә йәшәү – үҙе ҙур бәхет бит ул! Ғүмер көҙөңдә лә пар ҡанатың менән булыу, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр, бүләбүләсәрҙәр һөйөү ҡыуанысын бергәләп татыу – оло бәхет. Бүребай ауылында йәшәүсе Салауат һәм Сара Атановтар 60 йыл бергә иңгә-иң терәшеп матур донъя көтәләр. Бүребай ауылы уҙаманы Салауат Фазулла улы менән Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылынан Сара Билал ҡыҙының мөхәббәт тарихы, ҡорған ныҡлы ғаиләһе, намыҫлы хеҙмәт юлдары уларға ҡарата тик һоҡланыу һәм ихтирам тойғоһо уята. Бала саҡтары ауыр йылдарға тура килеүенә ҡарамаҫтан, икеһе лә тырыш, кешелекле, кеселекле, изгелекле, егәрле, ҡунаҡсыл, донъяларын үҙ көстәре менән ҡороп, матур тормош юлы үтәләр, эштәрендә тырышып, ҙур яуаплылыҡ менән хеҙмәт итәләр, ихтирам яулайҙар. Сара Билал ҡыҙы 8 йәшендә генә әсәйһеҙ ҡала. Өс ҡыҙ бала менән ҡалған атайҙары бер аҙ ваҡыт үткәс, үҙе кеүек өс бала менән тол ҡалған ҡатынға өйләнә. Ғаилә ҙурая, барыһы ла дуҫ, татыу булалар, үгәй әсә лә балаларҙы ситкә типмәй, үҙенекеләй күреп үҫтерә. Сара

60 йыл бергә йәшәү – үҙе ҙур бәхет бит ул!

Ғүмер көҙөңдә лә пар ҡанатың менән булыу, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр, бүләбүләсәрҙәр һөйөү ҡыуанысын бергәләп татыу – оло бәхет. Бүребай ауылында йәшәүсе Салауат һәм Сара Атановтар 60 йыл бергә иңгә-иң терәшеп матур донъя көтәләр.

Бүребай ауылы уҙаманы Салауат Фазулла улы менән Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылынан Сара Билал ҡыҙының мөхәббәт тарихы, ҡорған ныҡлы ғаиләһе, намыҫлы хеҙмәт юлдары уларға ҡарата тик һоҡланыу һәм ихтирам тойғоһо уята. Бала саҡтары ауыр йылдарға тура килеүенә ҡарамаҫтан, икеһе лә тырыш, кешелекле, кеселекле, изгелекле, егәрле, ҡунаҡсыл, донъяларын үҙ көстәре менән ҡороп, матур тормош юлы үтәләр, эштәрендә тырышып, ҙур яуаплылыҡ менән хеҙмәт итәләр, ихтирам яулайҙар. Сара Билал ҡыҙы 8 йәшендә генә әсәйһеҙ ҡала. Өс ҡыҙ бала менән ҡалған атайҙары бер аҙ ваҡыт үткәс, үҙе кеүек өс бала менән тол ҡалған ҡатынға өйләнә. Ғаилә ҙурая, барыһы ла дуҫ, татыу булалар, үгәй әсә лә балаларҙы ситкә типмәй, үҙенекеләй күреп үҫтерә. Сара Билал ҡыҙы Юлдыбай мәктәбенең 10-сы класын тамамлағандан һуң, үгәй әсәһе ауырып киткәс тыуған ауылы Ҡаҙыршаға уны ҡарарға ҡайта, шунда уҡ мәктәпкә уҡытыусы булып эшкә урынлаша. Шул осорҙа ауылға туғандарына ҡунаҡҡа килеп йөрөгән Салауат Фазулла улы менән танышып, 1965 йылда йәштәр өйләнешә.

Салауат Атанов Бүребай мәктәбендә 7-се класты тамамлағандан һуң, Новотроицк ҡалаһына төҙөлөш училищеһына уҡырға бара, уны тамамлағас, тыуған ауылына ҡайтып механика цехында токарь булып хеҙмәт юлын башлай, һуңынан быраулау вышкаһына күсә. Артабан Магнитогорск ҡалаһында бер аҙ эшләп, тыуған ауылына кире ҡайта. Токарь, һуңынан хаҡлы ялға сыҡҡансы шахтала проходчик булып эшләй. Сара Билал ҡыҙы Бүребай ауылына килен булып төшкәс, мәктәп китапханаһында эшләй башлай. 7 йыл эшләгәндән һуң байыҡтырыу фабрикаһына флотатор булып эшкә урынлаша һәм 25 йыл намыҫлы эшләп хаҡлы ялға сыға. Ғаилә парының бихисап Маҡтау грамоталары бар, етәкселектән ҡиммәтле бүләктәр ҙә алалар. Бер нисә йыл рәттән Сара Атанова «Социалистик ярыштар еңеүсеһе» була. Икеһе лә “Хеҙмәт ветераны” тигән маҡтаулы исемде йөрөтә.

Автор:Ильнара Аптикова