Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Тултырма

Тултырма 1 кг итте һәм картуфты ваҡ итеп турарға. Уға ваҡланған һуған, тәменсә тоҙ, борос ҡушырға, әҙерәк һурпа өҫтәргә һәм яҡшылап болғатырға. Эслекте эсәккә тултырырға, шартламаһын өсөн бер нисә урындан энә менән тишкеләргә һәм тултырмаларҙы ҡайнар һыуға бешерергә һалырға. Тултырманы йөрәк, үпкә-бауырҙан да әҙерләргә була. Ул саҡта уға ярма ҡушырға кәрәк. Үпкә-бауырҙы ит үткәргестән сығарып алырға. Һуған, тоҙ-борос һәм ярма (ҡарабойҙай йәки дөгө), һурпа ҡушырға. Ҡарабойҙайға һурпа әҙерәк, дөгөгә күберәк кәрәк. Сөнки дөгө бешкәндә арта. Дөгөнө алдан бүрттергән саҡта ғына һурпаны әҙерәк өҫтәргә мөмкин. Тултырманы 1-1,5 сәғәт ҡайнатырға. Бешеп сыҡҡас, ҡайнар һыуҙан алып, бер аҙ ҡоротоп, үҫемлек майы һалынған табала ҡыҙҙырырға.

Тултырма

1 кг итте һәм картуфты ваҡ итеп турарға. Уға ваҡланған һуған, тәменсә тоҙ, борос ҡушырға, әҙерәк һурпа өҫтәргә һәм яҡшылап болғатырға.

Эслекте эсәккә тултырырға, шартламаһын өсөн бер нисә урындан энә менән тишкеләргә һәм тултырмаларҙы ҡайнар һыуға бешерергә һалырға.

Тултырманы йөрәк, үпкә-бауырҙан да әҙерләргә була. Ул саҡта уға ярма ҡушырға кәрәк. Үпкә-бауырҙы ит үткәргестән сығарып алырға. Һуған, тоҙ-борос һәм ярма (ҡарабойҙай йәки дөгө), һурпа ҡушырға.

Ҡарабойҙайға һурпа әҙерәк, дөгөгә күберәк кәрәк. Сөнки дөгө бешкәндә арта. Дөгөнө алдан бүрттергән саҡта ғына һурпаны әҙерәк өҫтәргә мөмкин.

Тултырманы 1-1,5 сәғәт ҡайнатырға. Бешеп сыҡҡас, ҡайнар һыуҙан алып, бер аҙ ҡоротоп, үҫемлек майы һалынған табала ҡыҙҙырырға.