Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Атайсал гәзите

😍Һөйөүҙәре һүрелмәгән

😍Һөйөүҙәре һүрелмәгән Кинйәбулатовтарҙың танышып-ҡауышыуҙары бик ҡыҙыҡ килеп сыға. Түбәнге Таһир ауылы ҡыҙы Рәйлә Түбә мәктәбен тамамлағас та «Һәүәнәк» совхозы фермаһына һауынсы булып килә. Буласаҡ кейәү егете лә шул уҡ фермала эшләй. Егеттең Гөлшат еңгәһе Билал бүлексәһенә өс йәш ҡыҙ эшкә килеүен белеп, улар тураһында алдан белешеп өлгөрә. Үҙенең ҡәйнешенә ҡыҙҙарҙың Рәйлә тигәнен күреп-танышырға кәңәш итә. Рәфҡәт һыйырын ҡураға индереп йөрөгән Рәйләне барып күрә. Йөрәге тулҡынланыуҙан ҡыҙға һүҙ ҡушырға ла онотоп, тиҙерәк сығырға ашыға. Яҙмышың алдан яҙыла тигәндәре хаҡтыр, Рәйлә ял алып ауылына ҡайтырға йыйынған саҡта егет уны тап итә. Кашауай санаға ултыртып, «һә» тигәнсә ауылына алып барып та еткерә, төшөрөр алдынан ғына «Был йомала киләбеҙ»,—тип әйтә лә, ҡыуанысынан атының дилбәгәһен ныҡлы тартып, ҡайтыу яғына борола. Әйтелгән ваҡытҡа Һәмән ауылынан Түбәнге Таһирға ҡыҙ һоратырға яусы килә. Буласаҡ кейәү ҡыҙҙың күршеләре булған Сәхи ҡарттың йортонда үҙ-үҙенә урын таба алмай ул

😍Һөйөүҙәре һүрелмәгән

Кинйәбулатовтарҙың танышып-ҡауышыуҙары бик ҡыҙыҡ килеп сыға.

Түбәнге Таһир ауылы ҡыҙы Рәйлә Түбә мәктәбен тамамлағас та «Һәүәнәк» совхозы фермаһына һауынсы булып килә. Буласаҡ кейәү егете лә шул уҡ фермала эшләй.

Егеттең Гөлшат еңгәһе Билал бүлексәһенә өс йәш ҡыҙ эшкә килеүен белеп, улар тураһында алдан белешеп өлгөрә. Үҙенең ҡәйнешенә ҡыҙҙарҙың Рәйлә тигәнен күреп-танышырға кәңәш итә. Рәфҡәт һыйырын ҡураға индереп йөрөгән Рәйләне барып күрә. Йөрәге тулҡынланыуҙан ҡыҙға һүҙ ҡушырға ла онотоп, тиҙерәк сығырға ашыға.

Яҙмышың алдан яҙыла тигәндәре хаҡтыр, Рәйлә ял алып ауылына ҡайтырға йыйынған саҡта егет уны тап итә. Кашауай санаға ултыртып, «һә» тигәнсә ауылына алып барып та еткерә, төшөрөр алдынан ғына «Был йомала киләбеҙ»,—тип әйтә лә, ҡыуанысынан атының дилбәгәһен ныҡлы тартып, ҡайтыу яғына борола.

Әйтелгән ваҡытҡа Һәмән ауылынан Түбәнге Таһирға ҡыҙ һоратырға яусы килә. Буласаҡ кейәү ҡыҙҙың күршеләре булған Сәхи ҡарттың йортонда үҙ-үҙенә урын таба алмай ултыра.

«Кис үтте, төн ете, ағайымдар һаман юҡ. Ата-әсәләре риза булмағандыр, тип уйлайым. Үҙемә шул тиклем уңайһыҙ ҙа, ҡыйын да. Баҡтиһәң, былар беҙҙе әйттереп, никах уҡытып ултырғандар»,—тип мут йылмая Рәфҡәт Хөснетдин улы.

Шулай итеп, йәштәр ҡауышып, ирле-ҡатынлы булып Һәмән ауылына ҡайтып төшә.

Ете балаға ғүмер бирәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Кинйәбулатовтарға бала ҡайғыларын да кисерергә тура килә. Тәүге улдары 17 йәшендә һабантуйға ат өйрәткәндә фажиғәле һәләк булһа, Рәсүл улдары 52 йәшендә вафат була. Ауырлыҡтарҙы, барлыҡ ҡайғы-хәсрәттәрҙе бергә күтәреп, бер-береһенә терәк булып, ҡалған балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәй улар. Бөгөн уларҙың 21 ейән-ейәнсәре, 10 бүлә-бүләсәһе бар.

Рәфҡәт һәм Рәйлә Кинйәбулатовтарҙың икеһе лә бик матур йырлай, йыр-моңға ғашиҡ булғанғалыр, күңелдәре лә матурлыҡты ярата. Йорт хужабикәһе гөлдәр үҫтерергә әүәҫ, баҡса ултырталар, ҡош-ҡорт көтәләр.

Һәмән ауылының өлгөлө ғаиләләренең береһе булған Кинйәбулатовтарға ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!

Кәримә Усманова