МОҢ ЭЙӘҺЕ Хисмәт ҡайтты... Хисмәтулла Дәүләтов. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы. Һыбай ҡайтманы ул, текә тимер атта ла, хатта ки даны менән дә ҡайтманы – тик үҙенә генә хас моңо менән ҡайтты.Үҙе яҙған йырҙары, ихласлығы менән ҡайтты. Тыуған ауылы Хәлилдә үткән, уның хәтҽрҽнә арналған район йыр конкурсында ҡатнашҡандар һәм тамаша ҡылғандар был мөғжизәне һис шикһеҙ тойғандыр. Шулай булмаһа, композитор хөрмәтенә уның йырҙарын башҡарыусылар бәйгеһе шул хәтлем иҫ китмәле үтмәҫ ине. Ул бит үҙешмәкәр композитор ғына, тиер ҡай берәүҙәр. Булһын. Һеҙ берәй үҙешмәкәр шағирҙы беләһегеҙме? Хисмәтулла Дәүләтов та, һүҙҙәрен үҙе яҙмаһа ла, үҙ йырҙарының шағиры, ҙур актерлыҡ оҫталығы менән башҡарыусы автор-композитор ине. Бар ижади ғүмерен Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрына бағышлаған Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хисмәтулла Дәүләтовтың был өлкәләге эшмәкәрлеге тураһында айырым һөйләр кәрәк, әле һүҙ уның турала хәтерҙе мәңгеләштергән моңо хаҡында, сөнки иҫән сағында