Өфөлә етем студенттар өсөн ҡала хакимиәте башлығы стипендияһы күләме артты. Мэрияла уҙған оператив кәңәшмәлә опека һәм попечителлек идаралығы етәксеһе Илнара Сатаева белдереүенсә, быйыл 9 студентҡа исемле стипендия түләнә. Фото:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы / архив «Ҡала хакимиәте башлығы стипендияһы етемдәргә һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға ярҙам сараларының береһе булып тора. 2014 йылдан 2025 йылға тиклем уны 54 студент алды. Быйылғы уҡыу йылында стипендиялар күләме артты. Эшсе һөнәрҙәр һайлаған студенттарға — 2000 һум, колледж студенттарына — 2500 һум, юғары уҡыу йорттары студенттарына 3000 һум тәшкил итә», — тине Илнара Сатаева. Сатаева әйтеүенсә, 18 йәшкә тиклемге етем балаларға ярҙам күрһәтелә. Мессенджерҙарҙа аралашыу өсөн төркөмдәр асылған, унда етемдәр ҙә индерелгән. Шулай уҡ «Сығарылыш уҡыусыһы өсөн белешмә» сайты булдырылған, унда ҡатнашыусылар һорау бирә, үҙ хоҡуҡтары һәм файҙалы кәңәштәр менән таныша ала. «Өфө вуздарында һәм колледждарында 1520-гә яҡын етем
Өфөлә етем студенттар өсөн стипендия күләме артты
20 ноября 202520 ноя 2025
1 мин