Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Бөгөн Әбеш ауылы мәҙәниәт йортонда билдәле яҡташыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, халыҡ сәсәниәһе Асия Солтан ҡыҙы

Бөгөн Әбеш ауылы мәҙәниәт йортонда билдәле яҡташыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, халыҡ сәсәниәһе Асия Солтан ҡыҙы Ғәйнуллинаның 70 йәшлек юбилейына арналған ижад кисәһе үтте. Сара Әбеш урта мәктәбендә балаларға оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеүҙән башланды. Асия Солтан ҡыҙы ата-әсәһенә арнап аят бағышланы, биләмә ауылдары мәсеттәренә хәйер итеп бүләктәр тапшырҙы, махсус хәрби операцияла һәләк булған яҡташтарыбыҙға арнап мәсеттәрҙә аят уҡыуҙарын үтенде. Егеттәргә тип бетеүҙәр тапшырҙы. Әбеш ауыл биләмәһе башлығы Таһир Юнысов юбилярҙы ҡотлап Асия Солтан ҡыҙына Әбеш ауыл биләмәһенең "Почетлы гражданы" тигән маҡтаулы исемгә таныҡлыҡ һәм лента тапшырҙы. Район хакимәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова район хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы Шәриповтың ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Юбилярҙы ҡотларға туғандары, ауылдаштары, мәктәп һәм мәҙәниәт коллективтары килде. Район мәҙәниәт йортоноң һәм Әбеш ауылының үҙешмәкәр артистарының матур сығыштары

Бөгөн Әбеш ауылы мәҙәниәт йортонда билдәле яҡташыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, халыҡ сәсәниәһе Асия Солтан ҡыҙы Ғәйнуллинаның 70 йәшлек юбилейына арналған ижад кисәһе үтте. Сара Әбеш урта мәктәбендә балаларға оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеүҙән башланды. Асия Солтан ҡыҙы ата-әсәһенә арнап аят бағышланы, биләмә ауылдары мәсеттәренә хәйер итеп бүләктәр тапшырҙы, махсус хәрби операцияла һәләк булған яҡташтарыбыҙға арнап мәсеттәрҙә аят уҡыуҙарын үтенде. Егеттәргә тип бетеүҙәр тапшырҙы.

Әбеш ауыл биләмәһе башлығы Таһир Юнысов юбилярҙы ҡотлап Асия Солтан ҡыҙына Әбеш ауыл биләмәһенең "Почетлы гражданы" тигән маҡтаулы исемгә таныҡлыҡ һәм лента тапшырҙы. Район хакимәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова район хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы Шәриповтың ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.

Юбилярҙы ҡотларға туғандары, ауылдаштары, мәктәп һәм мәҙәниәт коллективтары килде. Район мәҙәниәт йортоноң һәм Әбеш ауылының үҙешмәкәр артистарының матур сығыштары менән үрелеп барҙы сара.