Социаль пособиелар ошо күрһәткестәр буйынса иҫәпләнә. Фото:Андрей Старостин / башинформ.рф Башҡортостан хөкүмәте ҡарары менән киләһе йылға йәшәү минимумы билдәләнде. 2026 йылдың 1 ғинуарынан йән башына йәшәү минимумы – 16 856 һум, эшкә һәләтле халыҡҡа – 18 373 һум, балаларға – 16 350 һум, пенсионерҙарға – 14 496 һум. Был күрһәткестәр социаль пособиеларҙы һәм башҡа ҡайһы бер түләүҙәрҙе иҫәпләү өсөн ҡулланыла. Мәҫәлән, пенсионерҙарҙың тупланма пенсия суммаһын бер юлы алырға мөмкинме-юҡмы икәне шуға бәйле. Быйыл республикала йән башына йәшәү минимумы 15 782 һум тәшкил итә, эшкә һәләтлеләргә – 17 202 һум, балаларға – 15 309 һум, пенсионерҙарға – 13 573 һум. https://www.bashinform.ru/news/likbez/2025-11-19/v-bashkirii-ustanovili-prozhitochnye-minimumy-na-2026-god-4473031 Автор:Элина Әхмәтова
Башҡортостанда 2026 йылға йәшәү минимумы билдәләнде
19 ноября 202519 ноя 2025
~1 мин