Хәйбулла районының Йәнтеш ауылының егеттәрен сроклы саҡырыу буйынса армияға оҙатыу сараһы үтте. Илхан Арыҫланов һәм Ғәҙел Торомтаев хәрби хеҙмәткә юлланды. Йәнтештән киткән егеттәр һәр ваҡыт армия хеҙмәтен намыҫ һәм хөрмәт менән үтәй. Беҙ улар менән ғорурланабыҙ, бөгөнгө саҡырылыусылар ҙа һынатмаҫ тип ышанабыҙ. Һәр егет өсөн армия яҡшы тормош мәктәбе була. Өлгөргән, көслө һәм сәләмәт егеттәребеҙгә яҡшы һәм намыҫлы хеҙмәт теләйбеҙ! Иҫән- һау хеҙмәтен тултырып ҡайтыуын көтөп ҡалабыҙ. Армияға китә малайҙар, Оҙата туғандар, ағайҙар. Оҙаталар йәштәр – дуҫ-иштәр, Киткәс, ҡалыр инде күп эштәр. Намыҫ менән хеҙмәтеңде атҡар, Ҡыуанындар әйҙә туғандар. Теләктәр күп, тәүге теләгем шул: Имен-аман барып етегеҙ! Ил алдындағы бурысты үтәп, Ҡыуанышып ҡайтып китегеҙ! Бәләкәйҙән патриотик тәрбиә алып, спорт менән шөғөлләнеп үҫкән егеттәрҙе бер ниндәй ҡаршылыҡтар ҙа ҡурҡытмай, улар Ватанды һаҡлауҙы ил алдындағы төп бурысы тип һанай. 🖊️Йәнтеш мәҙәниәт йорто сәхифәһенән
Хәйбулла районының Йәнтеш ауылының егеттәрен сроклы саҡырыу буйынса армияға оҙатыу сараһы үтте
19 ноября 202519 ноя 2025
~1 мин