Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин бөгөн ике указға ҡул ҡуйған.
Береһе - йыл һайын 8 сентябрҙә Рәсәй халыҡтары телдәре көнөн билдәләү тураһында. "Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм күтәрмәләү маҡсатында ҡарар итәм: Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре көнөн булдырырға һәм уны 8 сентябрҙә билдәләргә", - тиелә рәсми ҡағыҙҙа.
Икенсе мөһим ҡарар Рәсәйҙең ерле аҙ һанлы халыҡтары көнөн булдырыуға бәйле - ул 30 апрелдә билдәләнәсәк.
Указдар ҡул ҡуйғандан алып үҙ көсөнә инә.