2 ноябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Байыҡ» башҡорт бейеүен башҡарыусыларҙың телевизион конкурсының Гала-концерты үтте.
Сибай концерт театр- берекмәһенең ижади коллективы - «Сибай ынйылары» халыҡ бейеүҙәре фольклор ансамблен (етәксеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәзилә Нәбиуллина) конкурста 1-се урын яулауы менән ҡотлайбыҙ! 🥇
Ансамбль «Ултырма» бейеүе менән сығыш (ҡуйыусыһы – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлназ Аҡназарова) яһаны.
«Тарпан» этно-фолк төркөмөнөң сығышы ла кисәнең сағыу биҙәге булды.
🖊️Сибай концерт-театр берекмәһе төркөмөнән