🏅Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға тағы ла бер тапҡыр иғтибар күрһәтелде. Улар йәшәгән өйгә «Махсус х операцияла ҡатнашҡан яугирҙең йорто» тигән алтаҡта ҡуйылды. - Был сара Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, Башҡортостан Республикаһында «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү йылы» сиктәрендә ойошторолдо. Беҙҙең ауыл биләмәһенән мобилизацияланған, шулай уҡ Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгәндәр ҙә бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Иштанов Булат Юныс улы батырҙарса һәләк булды. Был яугирҙәрҙең исемдәрен мәңгеләштереү, шул уҡ ваҡытта әле алғы һыҙыҡта йөрөгән яҡташтарыбыҙға иғтибар күрһәтеү маҡсатында башҡарылған сара. Әлеге ваҡытта яраланып, госпиталдә дауаланғандар ҙа, алғы һыҙыҡта булғандар ҙа, шулай уҡ һаулыҡтары буйынса демобилизациялан Тимур Дәүләтбаев та бар. Фәниә һәм Рәшит Арыҫлановтарҙың ике улы Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән. «Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙең йорто» алт
🏅Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға тағы ла бер тапҡыр иғтибар күрһәтелде
3 ноября 20253 ноя 2025
1 мин