Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан, Хәйбулла районының Йәнтеш мәҙәниәт йортонда "Дронға ҡаршы юрғандар" тегеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте

Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан, Хәйбулла районының Йәнтеш мәҙәниәт йортонда "Дронға ҡаршы юрғандар" тегеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте. Йәнтеш ауылының активистары дронға ҡаршы юрғандар тегә башлай! Был юрғандар беҙҙең яугирҙәр өсөн ышаныслы һаҡланыу сараһы булып тора. Уларҙы эшләгәндә күп нюанстарҙы иҫәпкә алырға кәрәк. Материал ҡатламдарын дөрөҫ урынлаштырыу мөһим. Юрғандарҙың өҫтөндә артыҡ тишектәр булырға тейеш түгел, сөнки был герметиклыҡты боҙа ала. Һәр тегеү максималь теүәллек һәм иғтибар талап итә. Оҫталыҡ дәресе ваҡытында ошондай ике юрған тегелде! Был проект тегеү оҫталығын үҫтерергә ярҙам итеүҙән тыш, еңеүгә лә өлөш индерә! Нәфиә Кәипова -бик матур итеп өйрәтеп, эштең асылын тулыһынса аңлатып, өйрәтте. Үҙ эшенең оҫтаһы. Йәнтеш ауылының иң актив ир-егеттәренә, "Тыуған тыл" ирекмәндәр етәксеһе Юлиә Рәйес ҡыҙы маҡтау ҡағыҙҙары тапшырып үтте. Йәнтеш ауылының һәм "Тыуған тыл" ирекмәндәребеҙгә, ҙур рәхмәт белдерәбеҙ! Илдәр тыныслығы теләйбеҙ! 🖊️Йәнтеш мәҙәниәт

Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан, Хәйбулла районының Йәнтеш мәҙәниәт йортонда "Дронға ҡаршы юрғандар" тегеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте.

Йәнтеш ауылының активистары дронға ҡаршы юрғандар тегә башлай! Был юрғандар беҙҙең яугирҙәр өсөн ышаныслы һаҡланыу сараһы булып тора. Уларҙы эшләгәндә күп нюанстарҙы иҫәпкә алырға кәрәк. Материал ҡатламдарын дөрөҫ урынлаштырыу мөһим. Юрғандарҙың өҫтөндә артыҡ тишектәр булырға тейеш түгел, сөнки был герметиклыҡты боҙа ала. Һәр тегеү максималь теүәллек һәм иғтибар талап итә. Оҫталыҡ дәресе ваҡытында ошондай ике юрған тегелде! Был проект тегеү оҫталығын үҫтерергә ярҙам итеүҙән тыш, еңеүгә лә өлөш индерә!

Нәфиә Кәипова -бик матур итеп өйрәтеп, эштең асылын тулыһынса аңлатып, өйрәтте. Үҙ эшенең оҫтаһы.

Йәнтеш ауылының иң актив ир-егеттәренә, "Тыуған тыл" ирекмәндәр етәксеһе Юлиә Рәйес ҡыҙы маҡтау ҡағыҙҙары тапшырып үтте.

Йәнтеш ауылының һәм "Тыуған тыл" ирекмәндәребеҙгә, ҙур рәхмәт белдерәбеҙ!

Илдәр тыныслығы теләйбеҙ!

🖊️Йәнтеш мәҙәниәт йорто төркөмөнән

-2
-3
-4