Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Баймаҡ районының Таһир ауылы ҡатын-ҡыҙҙары даими рәүештә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә ярҙам күрһәтә

Баймаҡ районының Таһир ауылы ҡатын-ҡыҙҙары даими рәүештә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә ярҙам күрһәтә. Йыл башында Айһылыу Хәбибуллина етәкселегендәге ҡатын-ҡыҙҙар егеттәребеҙгә 100 бетеү әҙерләгән ине. Был юлы иһә улар 200-ҙө әҙерләп, Баймаҡ районының "Беҙ бергә" ирекмәндәр төркөмөнә тапшырҙы! Рәхмәт, таһирҙар! Һеҙҙең доғалыҡтар яугирҙәребеҙҙе ҡалҡан булып һаҡлаһын.

Бынан тыш Таһир ауылы халҡы яугирҙәргә сәк-сәк, бауырһаҡ, сөсөикмәк тә бешереп алып килгән. Шулай уҡ йылы кейемдәр, түшәк кәрәкүяраҡтары ла алып килделәр.

- Изге теләктәр менән бешергән өй ризыҡтары Тыуған яҡтың йылыһын биреп, яҡташтарыбыҙға ауыҙ итергә яҙһын.

-2