Октябрь айының сағыу көндәрендә Баймаҡ район мәҙәниәт йортонда һәм Сибай ҡалаһының Балалар ижады үҙәгендә танылған ғалим, профессор, юғары мәктәп уҡытыусыһы, биология фәндәре докторы, үҙешмәкәр композитор һәм йыраусы Йәлил Һөйөндөковтың ижад кисәһе үтте. Йәлил Төхвәт улы ижадташ дуҫтары менән - Рәмил Туйсин, Азат Искужин, Алһыу Бәхтиева, Флюрә Туйсина, Әсҡәт Нурмөхәмәтов, Сибай институтының "Йәншишмә" вокаль ансамбле менән берлектә ҙур концерт ҡуйҙы. Иҫ киткес шәп тамаша булды. Урал аръяғы, республика халҡын артабан да ижади уңыштар, матур тамашалар менән ҡыуандырығыҙ!
Октябрь айының сағыу көндәрендә Баймаҡ район мәҙәниәт йортонда һәм Сибай ҡалаһының Балалар ижады үҙәгендә танылған ғалим, профессор, юғары
1 ноября 20251 ноя 2025
~1 мин