Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Атайсал гәзите

БАЛАЛАРҒА НӘСИХӘТ

БАЛАЛАРҒА НӘСИХӘТ (Аҡмуллаға эйәреп ) Был донъяның ағы бар, ҡараһы бар, Бер нисә төҫ ҡушылған алаһы бар. Һәр йәнлектең, тереклектең балаһы бар, Кешеләрҙең тыуған ауылы, ҡалаһы бар. Донъя көткән әҙәмдең өйө була, Өй эсендә кейем элер сөйө була. Ғүмерҙең төп тотҡаһы ул - һөйөү була, Һәр кешенең үҙ юлы, үҙ көйө була. Егәрле ҡатындың йорто балҡып торор, Ире лә уның бер ҡарыш ҡалҡып торор. Эшсән ирҙең келәттәре тулы булыр, Эшкинмәгәндең булғаны ла ҡорор. Ата - әсәгә иң яҡыны - бала булыр, Балалы өйҙә ығы-зығы торор. Баланан гел шатлыҡ көтмә! Сағып ҡуйыр, Йәштән тыйнаҡ булғандары үҙен тыйыр. Выжданлы кеше намыҫ менән йыуаныр, Бур булһа, тағы урланым, тип ҡыуаныр. Бай - ярлыны, ярлы - байҙы һис аңламаҫ, Кире холоҡло аҡыллыны тыңламаҫ. Был тормошто аңлағансы ғүмер үтер, Улай-былай әйләнгәнсе ҡартлыҡ етер. Һиңә аҡыл ултырғанда хәлең булмаҫ, Уйлағанды эшләр өсөн кәрең булмаҫ. Тәбиғәттән ниҙер алһаң хаҡын бир! Ерҙе ярат, һөрөп сәс сығарып тир. Шул ваҡытта һаулыҡ-

БАЛАЛАРҒА НӘСИХӘТ

(Аҡмуллаға эйәреп )

Был донъяның ағы бар, ҡараһы бар,

Бер нисә төҫ ҡушылған алаһы бар.

Һәр йәнлектең, тереклектең балаһы бар,

Кешеләрҙең тыуған ауылы, ҡалаһы бар.

Донъя көткән әҙәмдең өйө була,

Өй эсендә кейем элер сөйө була.

Ғүмерҙең төп тотҡаһы ул - һөйөү була,

Һәр кешенең үҙ юлы, үҙ көйө була.

Егәрле ҡатындың йорто балҡып торор,

Ире лә уның бер ҡарыш ҡалҡып торор.

Эшсән ирҙең келәттәре тулы булыр,

Эшкинмәгәндең булғаны ла ҡорор.

Ата - әсәгә иң яҡыны - бала булыр,

Балалы өйҙә ығы-зығы торор.

Баланан гел шатлыҡ көтмә! Сағып ҡуйыр,

Йәштән тыйнаҡ булғандары үҙен тыйыр.

Выжданлы кеше намыҫ менән йыуаныр,

Бур булһа, тағы урланым, тип ҡыуаныр.

Бай - ярлыны, ярлы - байҙы һис аңламаҫ,

Кире холоҡло аҡыллыны тыңламаҫ.

Был тормошто аңлағансы ғүмер үтер,

Улай-былай әйләнгәнсе ҡартлыҡ етер.

Һиңә аҡыл ултырғанда хәлең булмаҫ,

Уйлағанды эшләр өсөн кәрең булмаҫ.

Тәбиғәттән ниҙер алһаң хаҡын бир!

Ерҙе ярат, һөрөп сәс сығарып тир.

Шул ваҡытта һаулыҡ-шатлыҡ бирер Хоҙай,

Мул булыр өҫтәлдә ниғмәт, ҡырҙа бойҙай.

Ғүмер баҡый донъя ҡыуып, донъя етмәҫ,

Берәү ҙә байлыҡты бергә алып китмәҫ.

Эшең, һүҙең гел файҙаға ғына булһа,

Абруйың ҡалҡыр, ул һис бер ваҡыт бөтмәҫ.

Тешең барҙа ҡумыҙ тарт, ҡурай уйна,

Күңел яҡшыға ынтылһа - һис тә тыйма.

Һаулығыңды нығытыуҙан бер ҙә туйма,

Дөрөҫ кейен: йәй ҡата кей, ҡышын быйма.

Ауырлыҡтар килгән саҡта һис бирешмә,

Уны еңеп ергә һал, башҡа күрешмә.

Шул ваҡытта барыһы ла һәйбәт булыр,

Ниндәй эшкә тотонһаң да эшең уңыр.

Хәлең булһа ҡунаҡ йый, булмаһа саҡырма,

Үсегеп ашаған һауытыңа ҡаҡырма.

Тамағы туйған мал-тыуыр һис баҡырмай,

Аҡыллы ир яҡындарына аҡырмай.

Өлкәнәйһәң - үҙеңде тый, матур ултыр,

Зиһенеңде кәңәштәр менән тултыр.

Аҡһаҡалға ҡара таптарҙы ҡундырма,

Үҙеңдең, башҡаларҙың рухын һындырма.

Кешене насарлама, яҡшыһын маҡта,

Әҙәм күңеле йомшаҡ мамыҡ, түгел таҡта.

Кешеләрҙән ҡәҙер-хөрмәт күрәм, тиһәң

Уларға үҙең ҡәҙер күрһәт башта.

Дуҫ-иште талаштырырға күп кәрәкмәй,

Бер һүҙ етә, бер насар һүҙ бөртөк сәстәй.

Кем түҙемле ғәйбәт һүҙгә тыныс ҡалыр,

Ышанғаны - һүҙ юллап үҙе юғалыр.

Был тормошта артта ҡалһаң - көлөрҙәр,

Алға китһәң - яратмайса йөрөрҙәр.

Шуға алтын уртаны үҙең һайла,

Кеше тая тип, күрәләтә тайма.

Авторы билдәһеҙ