🌀 Иң төпкөл район булған Хәйбулланың Әбүбәкир ауылында сәнғәтте, мәҙәниәтте яратҡан, йыр-моң һөйөүсе ғаилә йәшәй.
💐 Бөгөн ҡартатай, өләсәйҙәр көнө уңайы менән, ғаилә башлығын - шәп ҡартатайҙы ҡотлап үтергә теләйбеҙ.
🙏 Ғәлимйән Ултраҡовты Хәйбуллала белмәгән, хөрмәт итмәгән кеше һирәктер. Бөтә район һәм республика кимәлендәге сараларҙы музыкаль яҡтан биҙәүсе шәп баянсы, гармунсы музыкант ул.
Өлгөлө ғаилә башлығы
Илнур улы, ейәне Илназ,
Илмир улы, ейәне Арыҫлан менән бергәләп
Өфө ҡалаһында, 1-се "Атайҙар һәм уландар" республика патриотик йыр конкурсында ла уңышлы ҡатнашып ҡайтты.
🙏 Тормош иптәше Әлфизә 25 йылдан ашыу Мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡһа ла, әлеге мәлдә "Бүләк" фольклор ансамблен етәкләй. Ең һыҙғанып, эшен яратып эшләгән тормош иптәшенең уң ҡулы - Ғәлимйән Мөхәмәтғәле улы. Ул һәр ваҡыт ҡеүәтләп, музыкаль яҡтан биҙәп, дәртләндереп торғанға ла, ҡанатланып ижад итәм, ти Әлфиҙә ханым.
Миләүшә Ҡыҙрасова