ИСЕМДӘРҘӘ-ҠОРОЛТАЙ ТАУЫШЫ Милләтебеҙ яҙмышын шәхестәр хәл итә. 1990 – сы йылдарҙа Сибай ҡалаһы башҡорттары ғайәт ҙур ойошҡанлыҡ, рухи көс һәм ҡыйыулыҡ күрһәтте. Был эштең башында сәйәси өлгөргәнлек кимәленә күтәрелгән бер төркөм зыялылар торҙо. Улар: Х. Н. Хәмитов, Р. И. Үтәғолов, З. Ғ. Йәрмөхәмәтов, С. С. Өмөтбаева, Р. Я. Абдулғафаров, Т.Ф. Ғәйнуллина, Ғ. М. Бүләкова, С. И. Йәнтүрин, В. И. Хажин, А.Б. Зарипов, Ф.М.Сөләймәнов һ. б. Ҡалала тәүҙә “Ирәндек”, аҙаҡ “Сибай” халыҡ үҙәге барлыҡҡа килде. Артабан, 1995 йылда, ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәсми рәүештә ойошторолдо һәм теркәлде. Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе итеп Х. Н. Хәмитов һайланды. Шундай көсөргәнешле йылдар булды ул. Шуны әйтергә теләйем, бер – береһенә оҡшамаған ижтимағи – сәйәси процестар шаулап барҙы. Тағы ла шуныһы мөһим: һәр яңылыҡтың эсенә үтеп инә белдек: милләткә, шәхескә, хәл - ваҡиғаларға ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирә барҙыҡ. Тап ошо йылдар арауығында: “Ағинәйҙәр ҡоро”,”Аҡһаҡалдар ҡоро