Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Ни өсөн ризыҡҡа өрөргә ярамай

Ни өсөн ризыҡҡа өрөргә ярамай? Өләсәйҙәр гел: «Ризыҡҡа, ризыҡ һалынған һауытҡа өрмәгеҙ!» - тиер ине. Сәбәбе нимәлә һуң? Быны XXI бы­уат фәне иҫбат иткән дә инде: ауыҙ эсе ҡы­уыш­лығы - иң бысраҡ микрофлора. Тын менән сыҡҡан микробтар, бактерия­лар ризыҡтағы юғары температураға ҡу­шы­лып, күп ауы­рыуға сә­бәпсе була икән. Ошо хаҡ­та бынан 15 быуаттай әүәл әйтелгән, өлә­сәйҙә­ребеҙ ҙә ошо аҡылды белгән, шуға күрә беҙ­ҙе, ризыҡҡа өрмәгеҙ, тип үҫтергән. Ә бөгөнгө фәнни-техник прогресс осоронда һәр бе­­ребеҙ ашыға, ризыҡты ла ҡабалан-ҡарһалан ашай, эҫеһен өрөп һыуыта. Бигерәк тә бәләкәй балаларға өрөп һыуытып бирәбеҙ. Әйткәндәй, эҫе, ҡайнар ризыҡта бәрәкәт булмай, уны һыуытыңҡырап ашарға ҡушыла. Тик өрөп түгел, һыуына биргәнен көтөп, сабыр итеп. "Башҡортостан" гәзите

Ни өсөн ризыҡҡа өрөргә ярамай?

Өләсәйҙәр гел: «Ризыҡҡа, ризыҡ һалынған һауытҡа өрмәгеҙ!» - тиер ине.

Сәбәбе нимәлә һуң? Быны XXI бы­уат фәне иҫбат иткән дә инде: ауыҙ эсе ҡы­уыш­лығы - иң бысраҡ микрофлора. Тын менән сыҡҡан микробтар, бактерия­лар ризыҡтағы юғары температураға ҡу­шы­лып, күп ауы­рыуға сә­бәпсе була икән. Ошо хаҡ­та бынан 15 быуаттай әүәл әйтелгән, өлә­сәйҙә­ребеҙ ҙә ошо аҡылды белгән, шуға күрә беҙ­ҙе, ризыҡҡа өрмәгеҙ, тип үҫтергән.

Ә бөгөнгө фәнни-техник прогресс осоронда һәр бе­­ребеҙ ашыға, ризыҡты ла ҡабалан-ҡарһалан ашай, эҫеһен өрөп һыуыта. Бигерәк тә бәләкәй балаларға өрөп һыуытып бирәбеҙ. Әйткәндәй, эҫе, ҡайнар ризыҡта бәрәкәт булмай, уны һыуытыңҡырап ашарға ҡушыла. Тик өрөп түгел, һыуына биргәнен көтөп, сабыр итеп.

"Башҡортостан" гәзите