👏 Афарин, йәш физиктар! Мәскәүҙә эксперименталь физика буйынса XIII Халыҡ-ара олимпиада үтте. Һигеҙ Башҡортостан вәкиленең бишәүһе миҙалдар яуланы: өлкән төркөмдә Өфөнән Андрей Камский иҫәбендә – алтын, Сибайҙан Владислав Иҫәнбаевта – бронза. Бәләкәйерәктәрҙән Өфөнән Тимур Ғилманов һәм Мәләүез районынан Роман Спирин көмөш миҙалдарға лайыҡ булды, ә Тигран Александров бронза алды. ✅ Фото: 93-сө физика-математика лицейы.