Найти в Дзене

Башҡортостандың көнсығыш райондарында ҡар яуа

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡойма ямғыр, ҡар яуыуы һәм боҙлауыҡ булыуы тураһында иҫкәртәләр. Башҡортостан буйынса РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн кис һәм иртәгә көн аяҙлы-болотло буласаҡ, ямғыр, көнсығыш райондарҙа ҡар яуасаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан һәм көнбайыштан, тиҙлеге секундына 12 метрға етә, айырым урындарҙа 20 метрға тиклем көсәйәсәк. Һауа температураһы төндә -1°С-тан +4°С-ҡа тиклем, көндөҙ +2°С-тан +7°С-ҡа буласаҡ. Республиканың көньяғында төндә һәм иртәнсәк боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында көслө яуым-төшөм арҡаһында 1-2 километрҙан күреү мөмкинлегенең кәмеүе ихтимал, төндә һәм иртән боҙлауыҡ, томан көтөлә. Бынан алда Башҡортостанда ғәҙәти булмаған ҡыҙылтүштәрҙе күргәндәр.

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡойма ямғыр, ҡар яуыуы һәм боҙлауыҡ булыуы тураһында иҫкәртәләр.

Башҡортостан буйынса РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн кис һәм иртәгә көн аяҙлы-болотло буласаҡ, ямғыр, көнсығыш райондарҙа ҡар яуасаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан һәм көнбайыштан, тиҙлеге секундына 12 метрға етә, айырым урындарҙа 20 метрға тиклем көсәйәсәк. Һауа температураһы төндә -1°С-тан +4°С-ҡа тиклем, көндөҙ +2°С-тан +7°С-ҡа буласаҡ.

Республиканың көньяғында төндә һәм иртәнсәк боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында көслө яуым-төшөм арҡаһында 1-2 километрҙан күреү мөмкинлегенең кәмеүе ихтимал, төндә һәм иртән боҙлауыҡ, томан көтөлә.

Бынан алда Башҡортостанда ғәҙәти булмаған ҡыҙылтүштәрҙе күргәндәр.