✨ Өфөлә "Әр-Рәхим" мәсетен яҡтыртандар Әлеге көндә техник һәм дизайнер һынауҙары үткәрелә, уның сиктәрендә төрлө яҡтылыҡ сценарийҙары һәм ҡорамалдары һынала. Тест ваҡытында төрлө температуралағы һәм төҫтәрҙәге яҡтылыҡ приборҙары ҡулланыла. Был системаның визуаль ҡабул ителеүен һәм техник мөмкинлектәрен баһалау өсөн кәрәк. Бөтә һынауҙар йомғаҡтары буйынса «Әр-Рәхим» мәсете кисен һәм төндә нисек яҡтыртыласағы, шулай уҡ Рәсәйҙең төп мосолман һәм дәүләт байрамдары көндәрендә ниндәй махсус яҡтыртыу ҡулланыласағы тураһында ҡарар ҡабул ителәсәк.