Кемдәрҙеңдер аҡсаһы бар, баҡсаһы юҡ, Кемдәрҙеңдер бирәһе бар, алаһы юҡ. Кемдәрҙеңдер ҡатыны бар, балаһы юҡ. Кемдер ғүмерен үткәрә эсеп, тартып. Кемдер дан-шөһрәт ҡаҙана, намыҫ һатып. Кемдәрҙеңдер аты бар ҙа, йүгәне юҡ. Кемдәрҙеңдер ире бар ҙа, һөйгәне юҡ. Кемдәрҙеңдер әсәһе бар, атаһы юҡ. Кемдәргәлер бәхет мәңге тәтейһе юҡ. Кемдәрҙеңдер аштары бар, иттәре юҡ. Кемдәрҙеңдер баштары бар, биттәре юҡ 🖊️ Шәмсиә Йыһангирова