Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылының 3-сө мәктәбендә Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылының 3-сө мәктәбендә Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Атайҙар көнөнә арналған «Ирҙең даны — иленән, халҡы менән еренән!» тип исемләнгән йөкмәткеле, патриотик кластан тыш сара үткән.

- Сараға иң хөрмәтле ҡунаҡтар булараҡ, бөгөн илебеҙҙе һаҡлап хеҙмәт итеүсе, ялға ҡайтҡан геройыбыҙ — «Кабан» позывнойлы һалдат һәм уҡыусыларҙың атайҙары саҡырылды.

Сара әңгәмә формаһында башланды. Геройыбыҙ һәм атайҙар илгә хеҙмәт итеү тураһында һөйләп, балаларға тыуған илде яратырға, уны һаҡларға һәм уға тоғро булырға кәрәклеге тураһында иҫкәрттеләр, теләктәр әйттеләр.

Балалар һәм атайҙар төрлө уйындарҙа ҡатнашып, күңел асып алдылар.

Сараның аҙағында барыһы ла бергәләп илебеҙ батырҙарының иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә тере сәскәләр һалды, бер минутлыҡ тынлыҡ менән уларҙы иҫкә алдылар.

Сара бик фәһемле һәм йөкмәткеле булды, - тип хәбәр итә ойоштороусылар.