Фронтовик уҡытыусыларға арнап Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Хәйбулла районының 95 йыллығына арналған «Хәйбулла районы уҡытыусылары – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар» тип аталған тикшеренеү эштәре конкурсы үтте. Степной, Өфө, Подольск, Бүребай, Әбеш, Татыр-Үҙәк һәм Аҡъяр ауылдары мәктәптәренән бөтәһе 10 ҡатнашыусы булды. Йәш тикшеренеүселәр уҡытыусы-фронтовиктарға арналған материалдар, архив документтары, хәтирәләр, фотографиялар һәм мультимедиялы презентациялар тәҡдим итте. Подольск мәктәбенән Елизавета Шипилова, Өфө мәктәбенән Виктория Толстолуцкая, Степной мәктәбенән Глеб Мельник, Аҡъярҙағы 3-сө мәктәптән Гөлирә Азаматова призёр булды, ә 1-се мәктәптән Зарина Мөхәмәтова еңеүсе тип танылды.