Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Минең атай ат ярата ине

Минең атай ат ярата ине, Ялын тарап екте аттарын. Әллә нишләп, гелән иҫкә алам? Үткәнемдең ошо саҡтарын... Ел ҡапҡанан сыҡҡас, бер боролоп, Ҡарай инең атай, артыңа. "Әйҙә, малҡай, алға!" - тигән булып, Дилбәгәңде ҡағып атыңа... Ат эсергән саҡта, һыу буйында, Ниндәйҙер көй һәр саҡ көйләнең? Көйгә ҡушып, әллә мөңрәй-мөңрәй, Аттарыңа серең һөйләнең? Нисәү булды икән, һаны, атай? Һин өйрәткән ярһыу аттарҙың. Бик ҡәҙерен белеп етмәгәнмен, Һинең бергә булған саҡтарҙың... Беләм, атай, инде нисә йылдар, Юҡ шул аттарың да, үҙең дә. Һинең йәшкә етеп барам, атай, Олоғайҙым хәҙер үҙемдә... © Мөхәммәтйәр Мәғәсүмов

Минең атай ат ярата ине,

Ялын тарап екте аттарын.

Әллә нишләп, гелән иҫкә алам?

Үткәнемдең ошо саҡтарын...

Ел ҡапҡанан сыҡҡас, бер боролоп,

Ҡарай инең атай, артыңа.

"Әйҙә, малҡай, алға!" - тигән булып,

Дилбәгәңде ҡағып атыңа...

Ат эсергән саҡта, һыу буйында,

Ниндәйҙер көй һәр саҡ көйләнең?

Көйгә ҡушып, әллә мөңрәй-мөңрәй,

Аттарыңа серең һөйләнең?

Нисәү булды икән, һаны, атай?

Һин өйрәткән ярһыу аттарҙың.

Бик ҡәҙерен белеп етмәгәнмен,

Һинең бергә булған саҡтарҙың...

Беләм, атай, инде нисә йылдар,

Юҡ шул аттарың да, үҙең дә.

Һинең йәшкә етеп барам, атай,

Олоғайҙым хәҙер үҙемдә...

© Мөхәммәтйәр Мәғәсүмов