Хәйбулла районы Йәнтеш ауылының әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары ике көн эсендә ҙур сумма аҡса йыйып "Башҡорт"("Винер" ) ҡушаматлы яугиргә мунса мейесе һатып алырға ярҙам итте. Ул ошо аҙнала гуманитар ярҙам менән алғы һыҙыҡҡа оҙатыла. Шулай уҡ дрель-шуруповерт алырға ла ярҙам иттеләр. Илдә низағ бөтөп, ир -егеттәребеҙ тиҙерәк тыуған яҡтарына иҫән -һау кире әйләнеп ҡайтһы! Бындай изге эштә халыҡты бер уртаҡ маҡсат берләштерә – мөмкин тиклем күберәк һалдаттарыбыҙҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу һәм ярҙам итеү. Һәр ҡайһыбыҙҙың теләге бер - Тиҙерәк илдә тыныслыҡ урынлашһын!
Хәйбулла районы Йәнтеш ауылының әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары ике көн эсендә ҙур сумма аҡса йыйып "Башҡорт"("Винер" ) ҡушаматлы яугиргә мунса мейесе
17 октября 202517 окт 2025
~1 мин