Найти в Дзене

Салауат районында йәш белгес миллион һумлыҡ грант алды

Торналы Күп функциялы ауыл клубының йәш хеҙмәткәре Әлиә Алтынбаева, “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһына ярашлы, 1 миллион һумлыҡ республика грантына эйә булды. Уға сертификатты Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов тапшырҙы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән республикала 2021 йылдан “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы ғәмәлгә ашырыла. 2021–2022 йылдарҙа Башҡортостанда ауылдарҙа һәм бәләкәй ҡалаларҙа эшләгән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре 500 мең һум аҡсаға дәғүә итһә, 2023 йылдан сумма 1 миллион һумға тиклем арттырылды. Программа эшләгән осорҙа был маҡсатҡа 105 миллион һум бүленгән. Йәмғеһе 150 белгес түләү алған.

2024 йылда Салауат районынан Торналы күп функциялы ауыл клубы хеҙмәткәре Әлиә Алтынбаева шундай ҙур дәүләт ярҙамын алды. Ул мәҙәниәт йортонда ире менән бергә эшләй. Әлиә һәм Салауат Алтынбаевтар унда “Торнаҡай” фольклор һәм “Әй ынйылары” балалар ансамбленә етәкселек итә. “Торнаҡай” 2024 йылда “Байыҡ” республика телевизион башҡорт бейеү конкурсында Гран-при яуланы. Алтынбаевтарҙың улдары Рамаҙан былтыр “Байыҡ” балалар республика бәйгеһендә еңеүсе булды. 2023 йылда “Әй ынйылары” балалар коллективы “Трио” номинацияһында Гран-при алды.

– Беҙ “Байыҡ”тың 17 йыл инде тоғро дуҫтары. Йыл һайын был мәртәбәле конкурста ҡатнашып, еңеүҙәр яулайбыҙ, призлы урындарға лайыҡ булабыҙ, – ти Әлиә Фәтих ҡыҙы. – Үҙем сығышым менән Көйөргәҙе районы Яҡут ауылынан. Бәләкәй саҡтан ауылыбыҙҙың “Ынйыҡай” бейеү ансамбленә йөрөнөм. Ошо бейеүгә ҡарата һөйөү мине Учалы мәҙәниәт һәм сәнғәт училищеһына килтерҙе. Унда буласаҡ тормош иптәшем, Бөрйән районы Байназар ауылы егете Салауат Әнүәр улы менән танышып, бергә урындағы мәҙәниәт йортона бейеү ансамбленә йөрөнөк. 2007 йылда “Байыҡ” республика телевизион конкурсы барлыҡҡа килде. Беҙ унда парлап бейеп, беренсе урынды алдыҡ.

Йәштәр училищены тамамлап, диплом алғас, өйләнешеп, беҙҙең районға “Янғантау” шифаханаһына эшкә килә. Унда ял үҙәгендә бейеү коллективында ижади хеҙмәт юлын башлайҙар. 2010–2019 йылдарҙа Алтынбаевтар “Байыҡ” бәйгеһендә Гран-при яулай. Был ижади ғаилә дуэтының халыҡ-ара кимәлдәге конкурстарҙа ла уңыштары күп: Татарстанда “Алтын майҙан” халыҡ-ара фестивалендә (2010) һәм Кипрҙа халыҡ-ара конкурс-фестивалендә (2011) – беренсе урын, Краснодар крайының Туапсе ҡалаһында “Яҡшыларҙан яҡшылар” халыҡ-ара конкурсында (2015) – Гран-при һ.б.

Салауат һәм Әлиә Алтынбаевтар бына бер нисә йыл Торналы мәҙәниәт йортонда тырышып эшләй. Йәш ғаилә Янғантау ауылында йәшәй. Ике ул үҫтерәләр: Рамаҙан мәктәптә 4-се класта уҡый, Малик балалар баҡсаһына йөрөй. Балалары ла ата-әсәһе менән бергә сәхнәлә йөрөй. Был ижади ғаилә быйыл да үҙ уңыштары менән һөйөндөрөүен дауам итә. “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” асыҡ республика конкурсында Алтынбаевтар “Ғаилә ҡиммәттәре һәм йолалары” номинацияһында 1-се урын алды. Санкт-Петербург ҡалаһында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланған “Нева осрашыуҙары” Х халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивалендә уларҙың дуэты, “Әй ынйылары” бейеү коллективы һәм уның солисы Рамаҙан Алтынбаев 1-се дәрәжәле дипломант исеменә лайыҡ булды. Салауат һәм Әлиә Алтынбаевтар “Һаумы, һаумы, әкиәт!” төбәк-ара конкурсының “Әкиәтте сәхнәләштереү” номинацияһында Гран-при яуланы.

– “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” проекты конкурсында ҡатнашып, грант алыуыма ҡыуанам, әлбиттә. Дәүләт программаһының үҙ шарттары бар: эш дәүере, йәш сикләүе, ауыл ерендә мәҙәниәт өлкәһендә эшмәкәрлек һ.б. Киләсәктә беҙҙең пландар ҙур, тағы ла матур итеп ижад итергә, яңы юғары уңыштарға өлгәшергә теләйбеҙ. Дәүләт ярҙамы уға булышлыҡ итер, тип ышанабыҙ. Ауыл ерендә эшләгән белгестәргә шундай мөмкинлек биргән проект өсөн республика Башлығы Радий Хәбировҡа, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға, һәм шулай уҡ беҙҙе әйҙәүсе, ярҙам итеүсе район хакимиәте башлығы Марс Кашаповҡа рәхмәтлебеҙ. Республикабыҙ, районыбыҙ мәҙәниәте һәр саҡ гөрләп торһон! – тип изге теләктәрен еткерҙе Әлиә Алтынбаева.

Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә белдереүенсә, 2025 йылдан Башҡортостанда федераль бюджет иҫәбенә “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы киңәйтелә. Был иһә ауылға тағы ла 74 белгесте йәлеп итергә мөмкинлек бирергә тейеш: 30-ы – республика программаһы сиктәрендә, ә 44-е – быйыл башланған федераль программала ҡатнашыу иҫәбенә. “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” федераль программаһы Башҡортостан тәжрибәһе нигеҙендә әҙерләнгән.

Әйткәндәй, республика гранты алған йәш белгес эшләгән Торналы ауылы мәҙәниәт йортона 2021 йылда капиталь ремонт эшләнде, уға Күп функциялы ауыл клубы статусы бирелде. Ғөмүмән, Салауат районында мәҙәниәт өлкәһенә ҙур иғтибар бирелә. Республика ярҙамында һуңғы йылдарҙа бик күп проекттар тормошҡа ашырылды. Атап әйткәндә, “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә 2020 йылда Мөрсәлим ауылында заманса яңы мәҙәниәт йорто төҙөлдө, “Кесе Ватан мәҙәниәте” федераль проектына ярашлы, Малаяҙ ауылындағы район мәҙәниәт йортона 2 млн. һумға “ГАЗель-Некст” маркалы яңы микроавтобус алынһа, ә 2021 йылда 4,5 млн. һумға автоклуб ҡайтарылды. Райондың ауыл мәҙәниәт йорттары, китапханаларының да матди-техник базаһы нығытыла. Был эш артабан да дауам итә.

Салауат районы хакимиәте башлығы Марс КАШАПОВ:

– 2024 йылда “Мәҙәни мөхит” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Малаяҙ ауылындағы Балалар сәнғәт мәктәбе 4 миллион һумдан ашыу суммаға музыка ҡоралдары, ҡорамалдар һәм уҡыу материалдары менән йыһазландырылды. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты сиктәрендә Лаҡлы ауыл мәҙәниәт йортона тауыш, музыкаль һәм мультимедия ҡорамалдары, бейеү, фольклор һәм вокаль ансамблдәр өсөн костюмдар, шулай уҡ спорт инвентары һатып алынды. Малаяҙ ауылы мәҙәни-ял үҙәгенең “Ҡурсаҡ” проекты 420 мең һум күләмендә Башҡортостан Башлығы грантына эйә булды.

“Реаль эштәр” программаһы буйынса Малаяҙ ауылының биләмә-ара район балалар китапханаһында тәҙрә блоктары капиталь ремонтланды, Торналы мәҙәниәт йортона 150 урынлыҡ тамашасы креслоһы һатып алынды.

Фото: шәхси архивтан һәм социаль селтәрҙәрҙән