Хәйбулла районының Аҡнаҙар ауылы халҡы ла махсус хәрби операция биләмәһенә юлланасаҡ сираттағы гуманитар ылауға үҙ өлөштәрен индерә. Төрлө ҡамыр аштары, йылы ойоҡбаштар, ҡайнатмалар һ.б. әҙерләгән улар.
Аҡнаҙарҙарҙың да теләктәре бер генә - тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып егеттәребеҙ теүәл ҡайтһындар, ә инде күңел йылыһын һалып бешерелгән ризыҡтарыбыҙ һалдаттарға насип булып, беҙҙең йөрәк йылыһын өләшһен, - ти улар.