Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Хәйерле көндәр, ҡәҙерле дуҫтар, туғандар, таныштар😁 Интернет ошо арала онотолоп китте

Хәйерле көндәр, ҡәҙерле дуҫтар, туғандар, таныштар😁 Интернет ошо арала онотолоп китте. Көҙгө эштәр менән көн артынан көн үтә. Ниһайәт, көҙгө каникулға килеп сыҡтыҡ😁 Хәҙер, өйҙә күмәк булғас, кухнянан сығып булмай ҙа ҡуя😁 Аллаһҡа шөкөр, аслыҡ заманы түгел, бешерергә ризыҡ булһын, бешергәнеңде яратып ашаған ғаиләң булһын, бешеренергә һаулыҡ булһын, тип йырлай-йырлай, хатта ғына риза булып, йөрөйөм шунда😁 Күптәр алған балалар тураһында ҡыҙыҡһына, һорай, кәңәшләшә. Әле минең улай кәңәш биреп ултырырлыҡ тәжрибәм юҡ шул. Яңы ғына алдым бит инде. Әле улар бәләкәй генә. Ҙурая килә нимә һөйләп, нимә уйлап, нимә эшләрҙәрен бер Аллаһы Сүбхәнә Тәғәлә генә белә инде. Өйрәнешеп бөттөк, юлға һалынып баралар, өйҙә йүгереп йөрөп ярҙам итәләр, әйткәнде тыңлайҙар, алалар. Ҙурҙары уҡыуҙан ҡайтһа, күстәнәс тотоп ҡайталар, ҡосаҡлашып алған булалар😁 Ҡыҙҙар бешеренергә ярата. Нимә эшләһәм дә ҡыҙыҡһынып ҡарайҙар. Аделина, 3-сө класта ғына уҡыһа ла, ҡоймаҡ ҡоя, картуф әрсей, салат-малат турарға өйрән

Хәйерле көндәр, ҡәҙерле дуҫтар, туғандар, таныштар😁 Интернет ошо арала онотолоп китте. Көҙгө эштәр менән көн артынан көн үтә. Ниһайәт, көҙгө каникулға килеп сыҡтыҡ😁 Хәҙер, өйҙә күмәк булғас, кухнянан сығып булмай ҙа ҡуя😁 Аллаһҡа шөкөр, аслыҡ заманы түгел, бешерергә ризыҡ булһын, бешергәнеңде яратып ашаған ғаиләң булһын, бешеренергә һаулыҡ булһын, тип йырлай-йырлай, хатта ғына риза булып, йөрөйөм шунда😁

Күптәр алған балалар тураһында ҡыҙыҡһына, һорай, кәңәшләшә. Әле минең улай кәңәш биреп ултырырлыҡ тәжрибәм юҡ шул. Яңы ғына алдым бит инде. Әле улар бәләкәй генә. Ҙурая килә нимә һөйләп, нимә уйлап, нимә эшләрҙәрен бер Аллаһы Сүбхәнә Тәғәлә генә белә инде. Өйрәнешеп бөттөк, юлға һалынып баралар, өйҙә йүгереп йөрөп ярҙам итәләр, әйткәнде тыңлайҙар, алалар. Ҙурҙары уҡыуҙан ҡайтһа, күстәнәс тотоп ҡайталар, ҡосаҡлашып алған булалар😁

Ҡыҙҙар бешеренергә ярата. Нимә эшләһәм дә ҡыҙыҡһынып ҡарайҙар. Аделина, 3-сө класта ғына уҡыһа ла, ҡоймаҡ ҡоя, картуф әрсей, салат-малат турарға өйрәнде. Апайы ҡоймаҡ ҡойһа, Айзидә майлап ултырған була, картуф әрсеһә—йыуа😁 1-се класҡа уҡырға барҙы. Айгизәр күберәк тышта. Бер- береһенә ағай, апай тип әйтергә өйрәнделәр. Килгәндә исемләп һөйләй торғайнылар.

Кисә бройлерҙарҙың тәпәйҙәрен бешерергә ултыртҡайным, иҫтәре китте инде, бынан нимә эшләйбеҙ тип🤦‍♀️😂 Арсен: "Әсәй, әллә нимә бешерә лә йөрөйһөң, асығаһығыҙмы әллә һеҙ?"- тип аптырай 😂

Төн йоҡолар ҡалдырып, холодец эшләп ултырттым. Матур булды, тәмле булды. Балалар үҙҙәре лә яратты😁 Как ты это приготовила, тип һорашҡан булалар😂 Мине ныҡ оҫта тип уйлайҙар😂

Шулай, леберләтеп кенә холодец ашап ултырам бөгөн, Аллаһҡа шөкөр 🤲

Рецебын яҙып ҡуяйым әле😁

Бройлер тәпәйҙәрен матур итеп, ап-аҡ итеп йыуаһың бит инде. Мин туңдырып һалып торғайным. Шуны килтереп сығарҙым да, һыу ҡойоп плитәгә ултырттым. Ҡайнап сыҡҡас, һыуын түктем. Тағы һыу набирать иттем дә тағы газға ултырттым. Ҡайнап сыҡҡас, тағы түктем, тип алдаған булаһың😂 Шаяртам, икенсегә ҡайнап сыҡҡас, тәменсә тоҙ, тумалаҡ борос, лавровый лист, кишер, һуған (тумалаҡ) һалып ултыртаһың. Иҙелгәнсе бешерәһең. Бешкәс, тәпейҙәрҙе алаһың, һурпаһын һөҙәһең. Тәпейҙәрҙең итен һөйәктән айыраһың. Шул килеп сыҡҡан массаға чеснок, борос һалдым. Чеснокты иҙгестән иҙҙем.

Һауыт төбөнә кишер түңәрәкләй турап һалдым, консервированный горошек, укроп һалдым. Шунан теге һөйәктән айырып алған, чеснок, борос ҡушылған ит (ҡойҡа) һалдым. Өҫтөнә һурпаһын ҡойҙом. Һурпаһына әҙ генә желатин (хәләл, валдберизда бар, не валнавайтесь😁) ҡуштым. Вдруг ҡойҡаланмай ҡуйһа тип ҡурҡыштан😂 Шуууул мына. Холодильникка ҡуйғайным, иртәнсәк матур ғына итеп ҡарап ултыралар ине👍

Тәки, тәки геннәнәки,

Икебеҙгә бер тәпи.

Икебеҙгә бер тәпине,

Ашап бөттөк итәки💃

Зөлфирә Таһирова